Йәнә икенсе урында06.06.2013
Башҡортостандың баш ҡалаһы “Forbes” журналы күҙлегенән Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн иң ҡулай икенсе ҡала тип танылды. Беренсе урынды Калининград яуланы.

“Бизнес өсөн иң яҡшы 30 ҡала” рейтингын баҫма бишенсегә төҙөнө, Өфө ошо исемлектә икенсе тапҡыр икенсе урынды яуланы. Рейтингты билдәләгәндә квалификациялы эшсе көсө, финанс, чиновниктарҙың эшҡыуарлыҡҡа мөнәсәбәте, төрлө өҫтөнлөктәр биреү, һалым мәсьәләһе һәм башҡалар иҫәпкә алынды.
Баш ҡалабыҙ ер алыу ғәмәлдәренең ябайлығы, ваҡ сауҙа әйләнешенең әүҙемлеге, селтәргә тоташыуҙың еңел булыуы һәм бүтән күрһәткестәр һөҙөмтәһендә рейтингтағы урынын һаҡлап ҡалды. Шул уҡ ваҡытта, журнал аналитиктары билдәләүенсә, төбәк күп йәһәттән ябыҡ булып ҡала. Контракттарҙың күпселеге республиканан ситкә сыҡмай, был эшҡыуарлыҡтың әүҙем үҫешенә ҡамасаулай.
Калининград менән Өфөнән тыш, тәүге тиҫтәгә Краснодар, Томск, Омск, Тольятти, Иркутск, Кемерово, Ҡазан, Һарытау инде.


Вернуться назад