“Бында йәшәге һәм эшләге килә”06.06.2013
“Бында йәшәге һәм эшләге килә”Башҡортостанда йәшәүе күңеллерәк була бара. Был һүҙҙәрҙе “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы етәксеһе Александр Корсик “Башнефть-Новойл” заводында Көкөрт кислотаһына алкил төркөмдәрен ҡушыу һәм файҙаланылған көкөрт кислотаһын ҡабаттан тәүге хәленә ҡайтарыу комплексын (СКА-РОСК) асҡан саҡта әйткәйне.

Ҡулайламаны асыу предприятие ғына түгел, ә тотош республика һәм ил кимәлендә лә үтә мөһим ваҡиға. Унда бик юғары дәрәжәле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы ла осраҡлы булманы. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Аркадий Дворкович, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, “Система” финанс компанияһы директорҙар советы рәйесе Владимир Евтушенков, “Башнефть”тең директорҙар советы рәйесе Феликс Евтушенков һәм компанияның президенты Александр Корсиктың килеүе бының мөһимлегенә ишара.
Илдең нефть компаниялары алдына 2015 йылға тиклем Евро-5 экология талаптарына ярашлы яғыулыҡ етештереү бурысы ҡуйылғайны. Яңы комплекс иһә “Башнефть”кә был эште 2014 йылға тиклем тамамлау мөмкинлеге бирә. Проект хәүефһеҙлекте арттырыу һәм технология процестарының ышаныслығы менән бер рәттән тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ла ҙур өлөш индерәсәк. Ә был иһә “Башнефть” өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Предприятиеның эшмәкәрлеге Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә лә ыңғай баһалана. Ҡулайламаны эшкә ҡушыу тантанаһы барышында Аркадий Дворкович быны дәлилләп:
— Бөгөнгө ваҡиға — Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының үҫә барыуына сағыу миҫал. “Башнефть” үҙенең илдә артабан да нефть һәм нефть эшкәртеү “Бында йәшәге һәм эшләге килә”тармағында алдынғы предприятие булып ҡаласағын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Шул уҡ ваҡытта улар сифаттың, хәүефһеҙлектең һәм иҡтисади һөҙөмтәлелектең иң юғары талаптарын үтәй, — тине. — Рәсәй Хөкүмәте дүрт-биш экология класлы яғыулыҡ етештереү бурысы ҡуйғайны. Бөгөн был эштең тәүге һөҙөмтәләре күренә, нефтте эшкәртеү тәрәнлеген үҙ күҙебеҙ менән күрәбеҙ.
Башҡортостан етәкселеге лә компания менән бөтә яҡлап ҡәнәғәт. Тантана барышында Рөстәм Хәмитов сығыш яһап, уны республиканың етештереү флагманы тип осраҡлы атаманы.
— Беҙҙең заводтарҙың заман талаптарына ярашлы эшләүе бик шатландыра. “Башнефть”тең хәленә ҡарап республика иҡтисады торошо ла билдәләнә. Беҙгә ҡеүәтле предприятиелар, яңы эш урындары кәрәк. Ошоноң кеүек алдынғы сәнәғәт ҡулайламалары республикала артабан да даими асылып торор тип ышанабыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Сығышын “республикала йәшәүе күңеллерәк була бара” тип башлаған Александр Корсик яңы ҡорамалдың эшкә ҡушылыуына шатлығын йәшермәне.
— Әле тағы яңы ике ҡулайлама төҙөлә. Улар — водород етештереүе һәм каталитик крекинг бензинын гидротаҙартыу. Ошо ике проект менән берлектә бөгөн сафҡа ингәнен дә тормошҡа ашырыу “Башнефть”кә 2014 йылда уҡ Евро-5 экологик талаптарға яуап биргән яғыулыҡ етештерә башлау мөмкинлеген бирә, — тине Александр Леонидович.
Компания етәксеһе әйтеүенсә, беҙҙең нефтселәрҙә шатлыҡ өсөн ваҡиғалар етерлек.
— Бының кеүек сағыу ваҡиғалар беҙҙә йыш булып тора. 500 тонна дебиты булған скважиналар эшкә ҡушылды, яңы ҡулайлама сафҡа инде. Ошоларҙы күреп ысынлап та йәшәүе күңеллерәк була бара. Иғтибарҙы шуға йүнәлтер инем: Башҡортостан Республикаһы — үҙенә төрлө яҡлап йәлеп иткән төбәк, — тине ул.
Тантаналы һүҙҙәр әйтелеп бөткәс, ҙур ҡунаҡтар оператор бүлмәһенә йүнәлде һәм бөтәһе бергә ҡулайламаны эшкә ҡушты.
Яңы ҡулайлама нимәһе менән шул тиклем шәп һуң? Ул алкилбензин (алкилат) эшләп сығара. Был — юғары октанлы яғыулыҡ етештереү өсөн кәрәкле матдә. Ул техник регламенттың бишенсе экологик класы (Евро-5) шарттарына яуап бирә. Комплекстың ҡеүәте — тәүлегенә 1200 тонна, ул алкилат етештереүҙе дүрт тапҡырға арттыра. Көкөрт кислотаһына алкил төркөмдәрен ҡушыу ҡулайламаһында STRATCO-DuPont (АҠШ) технологияһы ҡулланылған. Катализатор сифатында концентрантлы көкөрт кислотаһы алына.
Ә комплекстың икенсе — файҙаланылған көкөрт кислотаһын ҡабаттан тәүге хәленә ҡайтарыу ҡулайламаһында — Haldor Topsoe A\S (Дания) компанияһы технологияһын файҙаланып өҙлөкһөҙ регенерация нигеҙендә яңы көкөрт алыуға килтерә. Технологик процесс СКА ҡорамалында ябыҡ схема буйынса йәлеп ителә. Был иһә экология хәүефен бермә-бер кәметә.
Киң масштаблы проектты тормошҡа ашырыуға 20-гә яҡын ойошма һәм 3000 самаһы хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Эштәр 2010 йылда башланғайны һәм былтыр декабрҙә тамамланды. Барлығы 8 миллиард һум инвестиция һалынған. Комплексты “Салауатнефтехимпроект” асыҡ акционерҙар йәмғиәте проектлаған. Ҡорамалдар һәм материалдар менән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең предприятиелары тәьмин иткән. Шул иҫәптән республикала эшләгән “УТС Туймазыхиммаш”, “Башнефтехимремсервис”, “Салауатнефтехиммаш”, “УЖБЗ-1” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре лә бар.


Вернуться назад