Күгәрсендә ауыл биләмәләре башлыҡтары һәр шишәмбелә күсмә хакимиәт тип аталған сараға йыйыла. Был көндә мәҙәниәт, мәғариф, медицина һәм башҡа социаль өлкә етәкселәре ауылдарҙа мәктәп, клуб, ФАП, сауҙа нөктәләренең эшмәкәрлеге, халыҡтың йәшәйеш-көнкүреше менән яҡындан таныша, аралаша.
Ошондай осрашыуҙың сираттағыһы Исем ауыл биләмәһенә тура килде. Ҡунаҡтар тәүҙә Сәлихкә туҡталды. 29 йорттан торған йыйнаҡ ҡына ауыл. Эш булмаһа ла, халыҡ тыуған ерен ташлап китергә ынтылмай. Ҙур, бөхтә, заманса итеп һалынған ныҡлы йорттар ошоно дәлилләй ҙә инде. Әйтәйек, клуб ҡаршыһындағы ике ҡатлы яңы кирбес өйҙөң хужаһы һөт йыйыу эшенә тотонған.
Артабан еңел автомобилдәр теҙеме оло юлдан уңға боролоп, Яңауылға килеп инде. Ҙур ғына ауыл – 80-дән ашыу йорттоң һәр береһендә тормош үҙенсә гөрләй. Әммә район башлығы Фәрит Мусиндың командаһы иң тәүҙә иман йортона – мәсеткә йүнәлде. Мөхәмәт хәҙрәт Яҡупов менән ауыл тормошо, ғөрөф-ғәҙәт, йолалар буйынса ҡорған әңгәмәһен һәр кеше ҡолағына һеңдереп ултырҙы.
Туғыҙ йыллыҡ мәктәп ремонттан һуң ялтлап тора. 43 бала уҡыған белем усағының участкаһы йәш быуын өсөн бик ҡулай – бында үҫтереп алынған уңыш ашханала аҙыҡ-түлек рационын байытыу мөмкинлеген бирә.
Ауыл клубында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Район етәксеһе бында тиҙҙән реконструкция эшләнәсәге һәм унда ФАП-тың күсереләсәге тураһында белдерҙе, йәғни социаль-мәҙәни үҙәк булдырыласаҡ. Халыҡ башлыса мал аҫрап, баҡса үҫтереп көн күрә. Һәр ерҙәгесә ситкә китеп эшләүселәр ҙә байтаҡ. Ир-егет күрше Саратовкала, “Тәүәкән” ДУСП-һының йәш малдар аҫралған фермаһында тир түгә. Әйткәндәй, ауылдың йәштәре нәҡ ошо утарҙа ер участкаһы алып, заманса йорттар һалып сыҡҡан, төҙөлөш әле лә дауам итә.
Артабан “Серп и Молот” утарын үтеп, Эйек йылғаһы буйындағы Гавриловкаға юлландыҡ. Юлдаштарым һөйләүенсә, үткән быуат аҙағына табан бөткән утар әле йәнләнә башлаған.
— Моҡасҡа киләсәктә юл һалынасаҡ – был планға индерелгән. Ошо мәктәптә клуб, ФАП бергә урынлашасаҡ, – тип Фәрит Мырҙагилде улы ауылдың берҙән-бер уҡытыусыһын алдағы пландар менән таныштырҙы.
Күсмә хакимиәттең был көндәге маршрутының һуңғы урыны – административ үҙәк урынлашҡан Исем ауылы. Машиналар теҙмәһе бер-бер артлы мәктәпкә килеп туҡтаны. Ысынлап та, эштәр хайран ҡалырлыҡ! “2011—2015 йылдарға ауылды социаль үҫтереү” дәүләт программаһына эләккән Исем урта мәктәбен шундай ҙур реконструкциянан һуң танырлыҡ та түгел. Райондың “Элитстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошмаһы мәктәпте заман талаптарына ярашлы үҙгәртеү эшенә былтыр августа тотонған (147 уҡыусы ваҡытлыса балалар баҡсаһында, ауыл хакимиәте бинаһында уҡып торған). Тотош бина ҡайтанан төҙөлгән тип әйтергә була. Иҙән-түшәмдәрен һүтеп алып, нигеҙен нығытып, йылытыу системаһын тулыһынса алмаштырып, ҡаҙанлыҡ булдырып, һәммәһен дә заманса итеп башҡарғандар. Спорт, тамаша залдары, ашхана, хеҙмәт дәресе бүлмәләре, спорт майҙансығы, йылы гараж – бындай шарттар хатта бәғзе ҡала мәктәптәрендә лә юҡтыр.
Күсмә сараның йомғаҡлау өлөшө мәҙәниәт усағында үтте. Исем ауыл хакимиәте башлығы Артур Ишҡыуатов ҡунаҡтар алдында сығыш яһағандан һуң, район етәксеһе тейешле баһаһын биреп, халыҡты бөтә туғыҙ ауылда ла төҙөкләндереү, тәрбиә-аңлатма эшен ойоштороу йәһәтенән етешһеҙлектәрҙе күрһәтте, үҙ тәҡдим-кәңәштәрен бирҙе.