“Шайморатов” йәйләүгә сыҡты01.06.2013
“Шайморатов”  йәйләүгә  сыҡты“Шайморатов” хужалығы малдарын беренселәрҙән булып йәйләүгә алып сыҡты. Варшавканың – 185, Шайморатовтың 250 баш сыбар тоҡомло һауын һыйыры кинәнеп йәшел үлән утлай.

Йәмғиәт етәксеһе Артур Нурғәлиев алдынғы һауынсыларҙы аҡсалата премия менән бүләкләне.
Уртаҡ тырышлыҡ менән малдар ҡышты көр сыҡты. Барығыҙға ла уңышлы йәй теләйем, — тине ул.
Йәйләүҙә уңайлы шарттар булдырылған. Тыуасаҡ быҙауҙарға ла урын әҙер — кәртәләнгән, аҡланған. Фермала тәүлегенә дүрт тонна һөт һауыла. Һыйырҙың һөтө телендә икәнлеген аңлап, хеҙмәтенә яуаплы ҡарай бындағы һәр хеҙмәткәр.


Вернуться назад