"Базы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Иҫке Боҫҡаҡ һөтсөлөк фермаһында бөгөн һиллек, тыныс, ғәҙәттәгесә ығы-зығы ла юҡ. Һәүкәштәрҙең баҡырышҡаны ла, быҙауҙарҙың мөңрәгәне лә ишетелмәй, сөнки хужалыҡтың бөтә малдары — йәйләүҙә.
– Ҡышты имен генә үткәрҙек. Шөкөр, мал аҙығына ҡытлыҡ булманы, бесәне лә, һаламы ла, фуражы ла тигәндәй көҙөн етерлек күләмдә әҙерләнде. Иң мөһиме – мал башын кәметеүгә юл ҡуйылманы, – ти ферма мөдире Рәдис Сәләхов.
Иҫке Боҫҡаҡ фермаһының 600-ҙән ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы, әле шифалы үлән менән туҡланып, оҙайлы ҡыштан һуң рәхәтләнеп көс йыя. 230 һауын һыйыры булғас, хужалыҡ көн һайын дәүләткә биш тоннаға яҡын һөт тапшыра. Төрлө витаминлы үләндәр менән байытылған аҡ Бәләбәй һөт комбинатына оҙатыла.
Хужалыҡтың баш зоотехнигы Айрат Йосопов белдереүенсә, малсыларҙың һәр береһе эшкә яуаплы ҡарай, сәмләнеп эшләй. Тәртип булғас, һөҙөмтәләр яҡшы, һыйырҙар ҡараулы һәм тәрбиәле. Бында көтөүселәр Данис Шәрипов, Нәғим Бәҙретдиновтың хеҙмәте, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Тап уларҙың тырышлығы арҡаһында һауым күҙгә күренеп арта.
Фермаларҙа ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек. Бөгөн ҡайһы бер төбәктәрҙә бесәнен малға көтөүсе һалып, һауған һөттө һауынсы көйәнтәләп ташыһа, бында бөтә эш механизацияланған. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, 15-20 мең һум аҡса бөгөн күптәргә хыял ғына.
Ысынлап та, эшеңде ихлас баһалаһалар, айырмайынса бер тигеҙ итеп ҡараһалар, һәр кем тырышып хеҙмәт итәсәк. Ә быны Иҫке Боҫҡаҡ һөтсөлөк фермаһы етәкселеге яҡшы аңлай, шуға ла хужалыҡҡа эшкә килергә атлығып тороусылар бөгөн байтаҡ.