Бабаев яңы инвестициялар әҙерләй31.05.2013
Күптәргә билдәле "Черкизов" төркөмөн ойошторған Игорь Бабаевтың ике туған ҡустыһы Наум Бабаев Башҡортостандың һөтсөлөк фермалары өсөн 8 миллиард һум аҡса тотонорға йыйына. Бынан бер йыл элек бай эшҡыуар Сингапурҙың Olam International компанияһы менән Пенза өлкәһендә берлектәге предприятиеһын булдырғайны. Әле килеп үҙе генә Башҡортостанды иңләргә уйлай.

Дүрт ай элек Наум Бабаев, Төмән өлкәһе властары менән дә килешеп, төбәктең һөтсөлөк фермаларына 6 миллиард һумға яҡын инвестиция һалған.
2012 йылдың мартында Наум Бабаев тарафынан ойошторолған "Дамате" идарасы компанияһы Башҡортостанда 10,5 мең баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы төҙөргә йыйына. Был турала РБК daily гәзитенә биргән интервьюһында эшҡыуар үҙе һөйләгән. Йылына 105 мең тонна һөт етештереү ҡеүәтенә эйә булған комплексты төҙөү быйыл көҙ башланып, ике йылдан һуң тамамланасаҡ. Бынан тыш, агрохолдинг мал аҙығы әҙерләү өсөн 30-35 мең гектар ерҙе ҡуртымға алырға йыйына. Продукция урындағы эшкәртеүселәргә һатыласаҡ.
Әле компания республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына документтарын тапшырған. Бабаев Башҡортостанды бушҡа ғына һайламаған, сөнки беҙҙә һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә һалынған ҙур проекттар власть тарафынан һәр яҡлап яҡлау таба. Мәҫәлән, төбәк етәкселеге һөт етештереүселәргә сығымдарҙың 40 процентын ҡаплай.
Бабаев, үҙ проектынан тыш, Сингапурҙың Olam International компанияһы менән берлектәге проекттарын да тормошҡа ашырырға уйлай. Проекттың тәүге этабында, 2015 йылға тиклем, компания 400 миллион долларҙы инвестициялап, мал көтөүен 7 меңдән 20 мең башҡа еткерергә планлаштыра. Ә икенсе этабында иһә мал һанын 50 меңгә арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.


Вернуться назад