Тиндән нисек һум эшләргә?31.05.2013
Тиндән нисек һум эшләргә?Яуапты тәүәкәндәр белә

Тәүәкән тиһәң, тел ниңәлер тәүәккәл тип әйләнергә генә тора. Ғиллә өндәрҙең ауаздаш булыуында ғына түгел, ә “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһының йәш етәксеһе менән уның командаһының – үҙе кеүек үк йәш баш белгестәренең тотҡан ерҙән өҙә һалып, һәр эштә лә тәүәккәллек ҡылыуынандыр, моғайын. Шуға күрә лә улар тиндән һум яһай белә. Нисек итепме? Әйҙәгеҙ, атҡарған эш-ғәмәлдәренә күҙ һалайыҡ.

Хужалыҡ ун бер йыл элек хасил булған, әле ул республикала уңышлы эшләп килә. Уның 10 234 гектар ере булһа, шуның 8 247 гектары — һөрөнтө ер. Ҡалған майҙаны – 2 мең башҡа тиклем арттырырға ниәтләнелгән һыйыр малы, 200 баш йылҡыға бесән әҙерләү өсөн сабынлыҡ һәм, әлбиттә, көтөүлек ерҙәре. Ошо хәтлем малды аҫрап, продукция етештереү өсөн иген һәм мал аҙығы культуралары эшкәртелә. Малдарға яңы технология буйынса сенаж әҙерләнә. Бынан тыш, 110 гектарҙа картуф үҫтерелә, һәм уны сәсеү, утау, ҡаҙыу кеүек эштәрҙең барыһы ла механикалаштырылған. Шулай итеп, тәүәкәндәр тирә-яҡ ауыл һәм райондарҙы картуф орлоғо менән дә тәьмин итә.
Бында йыл да 6-7 меңләп ҡаҙ аҫрайҙар. Инкубатор станцияһы уңышлы эшләй: былтыр, мәҫәлән, инкубаторға барлығы 70 мең йомортҡа (ҡаҙ, өйрәк, бройлер Тиндән нисек һум эшләргә?тауыҡ йомортҡаһы) һалынып, халыҡҡа 5 миллион һумлыҡ ҡаҙ, 466 мең һумлыҡ өйрәк бәпкәһе, 682 мең һумлыҡ тауыҡ себеше сығарып һатылған. Быйыл барлығы 103 237 йомортҡа инкубациялана. Әле 30 меңдән ашыу бәпкә һәм себеш һатылған. Был эш артабан да дауам итә.
Хужалыҡтың малсылыҡ, баҫыусылыҡ йүнәлешендә атҡарған эше былар менән генә сикләнмәй. Тәүәкәндәрҙең стандарт ауыл хужалыҡтарынан айырмалы яғы фермаларында, баҫыуҙарында етештерелгән продукцияны “тыу” килеш һатыуҙан түгел, ә ит-һөттө үҙҙәрендә эшкәртеп, халыҡҡа ризыҡты төрлө ассортиментта еткереүҙән ғибәрәт. Әйтәйек, әле Тәүәкән һөтсөлөк фермаһында тәүлегенә 8 тонна һөт етештерелһә, ул Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Күмертау ҡалаларының, Күгәрсен, Ейәнсура райондарының, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһының магазин кәштәләренә һөт килеш кенә түгел, ә май, ҡаймаҡ, эремсек, кефир, ряженка, ҡорот төрөндә барып ята. Шуны билдәләп үтеү мөһим булыр: һөт аҙыҡтарына ихтыяж арта, һәм күмәртәләп һатып алырға теләгән менән хужалыҡ шәхсән рәүештә килешеү төҙөүҙе хуплай.
Тәүәкәндәр, итте лә уңышлы эшкәртеп, халыҡҡа уны төрлө ассортиментта тәҡдим итә. Етештерелгән фарш, билмән, манты, тефтель, котлеттарҙы бер тапҡыр тәмләп ҡараусыларҙың магазиндарға һуҡмағы таҡырланғандан-таҡырлана. Предприятие билмән цехын да киңәйтмәксе.
Тәүәкәндә бешерелгән икмәк-ҡалас, урындағы магазин, кафеға, яҡын-тирәләге мәктәп һәм балалар баҡсаларына оҙатыла. Әйткәндәй, хужалыҡта етештерелгән ҡымыҙ, шешәләргә тултырылып, уны үҙ иткән ҡулланыусыға барып етәсәк.
Тағы ла бер ҡыуаныслы яңылыҡ: предприятие көнбағыш майын һығыу буйынса Чехияның заманса ҡорамалдары менән йыһазландырылған цехты сафҡа индерергә әҙерләнә. Унда тәүлек әйләнәһенә 7200 центнер көнбағыш эшкәртеләсәк. Май бер литрлы шешәләргә тултырыласаҡ. Шулай итеп, яҡын арала халыҡҡа был продукция ла барып етәсәк.
Предприятиела 250 кеше эшләй. Коллектив йылдың-йылы йәшәрә бара, сөнки ауылдағы көнкүреш шарттарының яҡшыра барыуын күргән йәштәр тыуған яҡтарында оя ҡорорға ынтыла.
Хужалыҡтың ил, республика кимәлендә ойошторолған төрлө күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә ҡатнашып, уңыштар ҡаҙаныуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.


Вернуться назад