Ауылды һаҡлап ҡалыу юлы — кәсепселек29.05.2013
Ауылды һаҡлап ҡалыу юлы — кәсепселекБашҡортостандың айырым райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары

Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге осорҙа Башҡортостандың барлыҡ иҡтисади райондарында тиерлек төрлө тауар етештергән бәләкәй һөнәрселек сәнәғәте предприятиелары байтаҡ булған. Мәҫәлән, 1928 — 1929 йылдарҙа ошондай 54 212 предприятиела 74,2 мең кеше эшләгән, 60,9 миллион һумлыҡ продукция сығарылған. Бөтә сәнәғәт продукцияһының 83,3 проценты ауылға, 16,7 проценты ҡалаға тура килгән.

Ҡулланыу тауарҙары ҙур сәнәғәт предприятиеларында етештерелә башлау менән ваҡ һөнәрселек ойошмаларының һаны ла кәмей барған. Был социаль-иҡтисади күрһәткестәргә кире йоғонто яһаған — республикалағы эш урындары кәмегән, ауылдар юҡҡа сыға башлаған, халыҡтың төрлө тауарҙарға ихтыяжы артҡан.
1928—1929 йылдарҙа республиканың үҙәк иҡтисади районындағы биләмәләргә бәләкәй һөнәрселек предприятиеларының 22 проценты, хеҙмәткәрҙәрҙең — 24,3, етештерелгән сәнәғәт продукцияһының 29,6 проценты тап килгән. Көньяҡ иҡтисади районда был күрһәткестәр 21 %, 20,8 %, 19,9%, көнбайыш районда — 24,5 %, 23,4 % һәм 23,9%, төньяҡ-көнбайышта — 4,6 %, 4,5 % һәм 4,6 %, төньяҡта — 6 %, 6,4 % һәм 5,7 %, төньяҡ-көнсығышта — 8,7 %, 8,1 % һәм 6,5 %, Урал районында 13,3 %, 12,5 % һәм 9,8% тәшкил иткән.
Бәләкәй предприятиеларҙағы етештереү структураһы ла үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Урал һәм төньяҡ-көнсығыш иҡтисади райондарҙа, нигеҙҙә, руда сығарыу үҫеш алһа, көньяҡ, көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа — эзбиз-алебастр, үҙәк, көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡта — кирбес, ҡалғандарында тимерлек һәм слесарлыҡ эше алға киткән була. Урал, төньяҡ-көнсығыш иҡтисади райондарҙа дегет һәм ыҫмала ҡайнатҡандар, көньяҡтағы райондарҙа — ағас ҡырҡыу, ағас күмер етештереүгә, үҙәк, көньяҡ, көнбайыш, Урал райондарында мебель эшләүгә өҫтөнлөк бирелгән. Республикала ул осорҙа көршәк, мискә яһау, септә һуғыу, ҡапсыҡ тегеү, ағас һауыт-һаба, кәрзин, мебель, арба, сана, дуға, ҡоршау, тәгәрмәс, сана табаны, кейеҙ һәм күн аяҡ кейеме етештереү, йөн эшкәртеү, тегеү, бәйләү һәм башҡа кәсепселек әүҙем үҫә. Теге йәки был етештереү төрөнөң киң таралыуы урындағы тәбиғи-иҡтисади шарттарға, ресурстарға, тәжрибәгә бәйле.
1-се таблицала социаль-иҡтисади йәһәттән һүлпән үҫешкән Урал, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш иҡтисади райондарҙағы бәләкәй һөнәрселек сәнәғәтенең үҫеш кимәле һәм структураһы сағылдырыла.

экспертиза уфа


Вернуться назад