”Иҙел”дәрҙең эше уң28.05.2013
”Иҙел”дәрҙең эше уңИке тиҫтә йылға яҡын уңышлы эшләп килгән “Иҙел” агрофирмаһы хеҙмәтсәндәре һабантуйҙы быйыл да лайыҡлы ҡаршы алырға әҙер, сөнки әлеге ваҡытта ауыл хужалығы предприятиеһында яҙғы мәшәҡәттәр тамамланған тиерлек.

1250 гектар майҙанға иртә өлгөрөүсе бойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән, 705 гектарҙағы ужым иһә тырматылған һәм ашлама индерелгән. Сиратта – ҡарабойҙай, үлән сәсеү.
Райондың иң ҙур аграр хужалығы предприятиеларынан булған “Иҙел”дә (3909 гектар ауыл хужалығы ере бар) 90-дан ашыу кеше эшләй. Баҫыу батырҙарына көнөнә өс тапҡыр туҡланыу ойошторола, эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр.
Хәйер, уңыш тәү сиратта етәксегә бәйле: “Иҙел” агрофирмаһы директоры Мансур Хәйҙәров тәжрибәле ойоштороусы, хәстәрлекле хужа булараҡ билдәле. Бында яғыулыҡ, орлоҡ, ашлама етмәү проблемаларын белмәйҙәр. Элиталы орлоҡ менән күрше-тирәһен дә тәьмин итәләр. Малсылыҡ тармағында ла уңыштар байтаҡ. Мәҫәлән, бында быҙауҙарҙы үҫтереүҙең үҙ ысулын булдырғандар, һыйыр малын аҫрауҙа ла башҡаларға өлгө итеп күрһәтерлек эш алымдары бар.


Вернуться назад