Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә25.05.2013
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигәБыл районда ҡул эшенә оҫта ҡатын-ҡыҙҙың күплегенә аптырайһы түгел. Ауыл һайын осрай улар. Халҡыбыҙҙың матур йолаларына тоғро ҡалып, быуындар сылбырын юғалтмай, күҙ нурҙарын түгә-түгә сағыу әйберҙәр яһайҙар. Төрлө түшәк кәрәк-ярағы тиһеңме,ҡорамамы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме, сигелгән таҫтамал, һөлгө, түшелдерек, янсыҡмы – һәммәһе лә матур һәм иҫ киткес һоҡланғыс! Тап ошо гүзәллекте бер ауылда күреү, һәр кемдең күңел һалынған өлгөнөң бер-берен ҡабатламауы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ. Тимәк, һәр оҫта фәҡәт үҙенсә мөғжизә тыуҙырыу һәләтенә эйә, һәр кемдең үҙ фантазияһы, хыялы...

“Ике Рәйсә лә оҫта инде”,

— тип әйтеүҙәре бушҡа булмаған. Хәмит ауылында йәшәгән Раиса Мансурова менән Рәйсә Ғөбәйҙуллинаның бәйләү-сигеүгә маһирлығы хаҡында ишетеп белә инем. Әммә эштәренең шул тиклем күплегенә, төрлөлөгөнә нисектер ышанып етмәнем. Буш ваҡыттарында ҡулдарына бәйләм тотоп, сигеү менән булышҡан апайҙар рәтенә ҡуйыуым юҡҡа булған.
Раиса Мансурованың күңел хазинаһы — үҙе бер һандыҡ. Халҡыбыҙ мәҙәниәтенә битараф булмаған ханым үҙ өйөндә хатта милли рухты һынландырған бәләкәйКис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә генә музейҙы хәтерләткән башҡорт мөйөшөн булдырған. Хәйер, милләте өсөн янғандар ғына шулай эшләй алалыр. Әйткәндәй, был мөйөштөң күпселек экспонаттары — үҙ ҡулы менән яһаған әйберҙәр.
Сигеү менән ул бәләкәйҙән шөғөлләнә. Бишенсе класта уҡыған сағында сиккән тәүге ҡулъяулығын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Яйлап Раиса Кәлимулла ҡыҙының мауығыуы ғүмерлек булмышына әүерелә. Саҡ ҡына ваҡыты булһынмы, ул ҡулына сигеүен ала. Тәүҙә төрлө һүрәттәрҙе шаҡмаҡлы дәфтәргә күсерә, артабан уға ҡарап аҡ тауарға, аҙаҡ махсус сигеү өсөн тәғәйенләнгән туҡымаға төрлө ептәрҙән ғәжәйеп бер матурлыҡ тыуҙыра. Махсус белеме лә, сигеүҙең бар нескәлеген өйрәткән төрлө журналдар ҙа ярҙам итә. Китап магазиндарҙан махсус китаптар һатып ала, төрлө еп эҙләп көндәр буйы йөрөгән мәлдәре лә булғылай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, кескәй балаларға тәғәйенләнгән төҫтәр айырыу өсөн махсус келәм, ябыуҙар эшләй. Сағыу төҫтәрҙән яһалған был әйберҙәр шунда уҡ күҙгә ташлана, зауыҡлы һәм заманса булыуы менән иғтибарҙы үҙенә тарта. Яңыраҡ ҡул эштәре оҫтаһы, башҡорт милли орнаменттарын файҙаланып, үҙенсәлекле шаршау сигә башлаған. Төрлө ҡорамалары ла янында ята. Күңел торошона ҡарап, йә уныһын алам, йә быныһын эшләйем, ти Раиса Мансурова. Йорт эсендәге рамдарға ҡуйылған сигеүле әйберҙәр магазин кәштәләрендә һатылғандарҙан һис кәм түгел. Тик шуныһы ғына күңелен ҡыра: әле булһа ҡул эштәренең баһаһын, матурлығын аңлап, ҡәҙерләп бөтмәйбеҙ шул.
Төрлө ептәрҙән бәйләнгән сәскәләр гөлләмәһе, ултырғыс япмалары, кофта һәм еләндәрҙең ниндәйе генә юҡ! Уның оҫталығына әле туғыҙынсы класта уҡыған ҡыҙы Зинфира ла өйрәнә. Әсәле-ҡыҙлы икәүләшеп сигеү сигә, бәйләм бәйләй.

Башҡорт ҡурсаҡтары

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигәБөгөн һатыуҙа булған әллә күпме ҡурсаҡҡа, шул иҫәптән Барби кеүек ҡыҙҙар уйынсығына ата-әсәләр ҙә, кескәй ҡыҙсыҡтар ҙа өйрәнеп бөттө. Әммә барыбыҙға ла башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтарҙы күреү бәхете тәтемәй, сөнки улар әлегә һатыуҙа юҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн оҫталарҙың бәғзеләре башҡорт кейемендәге ҡурсаҡ эшләү менән шөғөлләнә. Милли башҡорт ҡурсаҡтарын әҙерләү буйынса районда Ғәҙилә Баһауетдиноваға етеүсе юҡ. Ул, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Бөрйән һәм Күбәләк ырыуҙарына хас булған ҡатын-ҡыҙ кейемендәге ҡурсаҡтарын төрлө күргәҙмәләргә ҡуйып, призлы урындар ҙа ала. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен тергеҙеү маҡсатында эш башлаған Ғәҙилә Нуриәхмәт ҡыҙы артабан ир-егет кейемендәгеләрен дә булдырыу ниәте менән яна. Ҙур ҡурсаҡтар һатып алып, уларҙың йөҙөнә милли һыҙаттар яһап, үҙгәртеп, үҙе теккән кейемдәрҙе кейҙерә. Был эште ул күңел ҡушыуы буйынса атҡара. Үҙ иҫәбенә һатып алыу ярайһы уҡ сығым килтерһә лә, уныһына ҡарамай. Киләсәктә төрлө әкиәт һәм легенда геройҙарына мөрәжәғәт итергә лә хыяллана. Мәҫәлән, “Ете ҡыҙ”, “Ай ҡыҙы Зөһрә”, “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә” һәм башҡалар. Бындай ҡурсаҡтар йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә оло әһәмиәткә эйә булыр ине, ти оҫта ҡуллы Ғәҙилә ханым.
Нисек кенә булмаһын, халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен, ҡул эштәрен һаҡлап килеүселәр арабыҙҙа бар. Бөртөкләп йыйылған алтын кеүек улар. Йөрәгендә үҙ халҡына ҡарата оло һөйөү йөрөтөүселәр, матурлыҡты күрә, уны таный һәм ярата белгәндәр генә ошондай мөғжизә тыуҙырырға һәләтле. Әбйәлил районының Хәмит ауылының оҫта ҡуллы уңғанбикәләренең даны республикала ла таралыр, тигән изге уйҙар менән, ихлас күңелле, дәртле һәм сәмле халыҡҡа ҡыуанып ҡайттым сираттағы командировканан.


Вернуться назад