Ауылда кафе асырға була25.05.2013
Ауылда кафе асырға булаБулдыҡлылар ауыл ерендә лә бынамын итеп йәшәй. Бөтөн уңайлыҡтар бар, һыуы ағып тора, йылылыҡ өсөн борсолорға кәрәкмәй. Эшләгәндән йүнләгән уҙыр, тигәндәй, йүнселдәр заманы бөгөн. Кем тырыша, йүнен таба — ана шулар етеш йәшәй.

Матрай ауылынан Мәрйәм Ҡасимова, ғүмер буйы сауҙа өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, һатыу менән шөғөлләнә. Әммә магазинды ҡуртымға алыу ҡыйбатҡа төшә. Етмәһә, ауылда шәхси магазин тотоусыларҙың һаны күбәйә. Шуға ла Мәрйәм Сәлимйән ҡыҙы ятыраҡ шөғөлгә тотонорға уйлай. “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Геннадий Туленков уға Матрай ауылындағы буш торған элекке магазиндың бинаһын ҡуртымға алырға тәҡдим итә. “Кафе Ауылда кафе асырға булаасып, үҙ эшеңде башларһың” тигән һүҙе лә Мәрйәм Сәлимйән ҡыҙына оҡшап ҡала. Ысынлап та, ниңә тәүәккәлләмәҫкә, тип уйлана ул. Ире Ишбулды ла ниәтен хуплағас, тиҙ арала документ йүнләргә тотона.
— Әлбиттә, финанс яғынан сығым күп буласағын аңлаһаҡ та, кафе асырға йөрьәт иттек, — ти эшҡыуар. — Бигерәк тә ташландыҡ хәлдә булған бинаны ремонтлауға аҡса күп сарыф ителде. Әгәр ошо бинаны ҡуртымға бирмәй һатһалар, ул ваҡытта күпкә отошло булыр ине. Әле беҙ үҙ аҡсабыҙға ремонт яһайбыҙ. Етмәһә, ай һайын ярайһы уҡ сумманы ҡуртым өсөн түләргә кәрәк.
Ауылда кафе асырға булаТалпынған — тауға менер, тигәндәй, дәртле Мәрйәм Сәлимйән ҡыҙының эшкә яуаплы ҡарауы, үҙенә талапсанлығы ғына эштең алға китеүенә булышлыҡ итә. Үҙе янына аш-һыуға ипле, бешеренеүгә оҫта Рафиға Искәндәрованы ала. Бөгөн улар кафела туҡланыусылар өсөн төрлө аш-һыу тәҡдим итә. Меню исемлегендә беренсе һәм икенсе блюдолар, төрлө салаттар, тәм-том етерлек. Хаҡы ла осһоҙ: ни бары 60 – 70 һум самаһы.
Күрше ауыл янында урынлашҡан “Юбилей” ятҡылығында эшләүселәр Матрай ауылындағы дөйөм ятаҡта йәшәй. Кафеның асылыуы улар өсөн бигерәк тә отошло. Эшселәр арзаныраҡҡа туҡлана.
Кафе хужабикәһенең киләсәккә пландары ҙур. Тик тырышырға, бар ҡаршылыҡты еңергә генә кәрәк.


Вернуться назад