Һаҡал өсөн дә һалым түләйһе ҡалды...25.05.2013
Рәсәйҙә бөгөн күп кенә шәхси эшҡыуарҙар оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән бизнесын ябырға мәжбүр булды. Белеүегеҙсә, 2013 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия фондына түләүҙәр хаҡы ике тапҡырға артты. Әле ул 36 мең һумға яҡын тәшкил итә, быға тиклем 17 мең һум тирәһе ине.

Рәсәй Һаҡлыҡ банкы башлығы Герман Греф та, был көйөнөслө хәлгә риза түгеллеген белдереп, Рәсәй Хөкүмәтенә уйламай ҡабул иткән ҡарарын ҡабаттан тикшерергә һәм тәүбә итергә саҡыра.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәҫәлән, 1 апрелгә ил буйынса бөтәһе 367 626 шәхси эшҡыуар эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Тимәк, шунса эшҡыуар, тағы ла күпмелер кеше эшһеҙ ҡалған тигән һүҙ.
Бөгөн халыҡ шәхси эшен асырға ҡурҡа, сөнки дәүләттән сауҙа итеүгә рөхсәт ҡағыҙы (лицензия) алыу төрлө ҡыйынлыҡ тыуҙыра һәм ниндәйҙер бинаны ҡуртымға алыу хаҡы ла шөрләтә. Етмәһә, Пенсия фондына түләүҙәр ҙә артты.
– Шәхси эшҡыуарҙарға ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, – ти Рәсәй Һаҡлыҡ банкы башлығы Герман Греф. – Хөкүмәт хатаһын танырға тейеш, түләү хаҡын элеккесә ҡалдырыу зарур.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ла был хәлгә күҙ йомоп ҡарамай, уны бәлә тип һанай, ниндәйҙер сара күреүҙе лә хәстәрләй кеүек. Тик ҡасан, ил буйынса бөтә эшҡыуарҙар үҙ эшен туҡтатып бөткәсме?

Үҙ эшен туҡтатҡан йүнселдәр ҡайҙа иң күбе?

1. Краснодар крайы – 16665
2. Татарстан Республикаһы – 15595
3. Ростов өлкәһе – 12561
4. Башҡортостан Республикаһы – 12165
5. Силәбе өлкәһе – 11912
6. Түбәнге Новгород өлкәһе – 11061
7. Свердловск өлкәһе – 10501
Мәғлүмәт Федераль Һалым хеҙмәтенән алынды.

Эксперт фекере
Александр ВИССАРИОНОВ, Рәсәй Макроиҡтисади тикшеренеүҙәр институты директоры урынбаҫары:
– Шәхси эшҡыуарҙарға Пенсия фондына түләүҙәрҙе арттырыу сәйәсәте Петр I заманында һаҡал өсөн ҡаралған һалымды хәтерләтә. Бөгөн элиталы ҡулланылышлы тауарҙар илдә етерлек, ана шуларға акциз һалырға кәрәк, был шунда уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һалынған һалымдар хаҡын ҡаплаясаҡ. Ни өсөн яңы эш урындары булдырған, табыш килтергән эшмәкәрлеккә аяҡ салырға һуң?


Вернуться назад