Хаҡтар төштө. Тик...24.05.2013
Һуңғы ай эсендә Өфө халҡын аптыратҡаны шул булғандыр: маршрут автобустарына хаҡ төштө. Апрель аҙағында тәүләп шәхси эшҡыуарҙар “ПАЗ”-дарына, һуңыраҡ микроавтобустарына юл йөрөү өсөн түләүҙе 15 һумдан 10-ға тиклем кәметте. Ике аҙна ла үтмәне, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы ла ошо юлдан китте. Юл тигәндән, республиканың баш ҡалаһында барлығы 80 маршрут буйынса рәсми рәүештә мең ярымдан ашыу, ҡалғандары менән өс меңгә яҡын хеҙмәтләндереүсе транспорт йөрөй. Иҫәпләп ҡараһаң, иҫең китер... Шуға ла хаҡ төшөүен иҡтисадыбыҙҙың нығыныуына, алға китеүенә бәйләргә түгел, ә көнәркәшлектең һәр нәмәне баҙар шарттарында үҙ урынына ҡуйыуы тип ҡарарға кәрәктер.
“Баш ҡаланың “нелегалдар” менән тулған транспорт баҙарында тәртип урынлаштырыу маҡсатында Өфө ҡала хакимиәте маршруттарҙы бүлеү буйынса конкурс үткәрҙе, — тип яҙа “Российская газета” быйылғы 14 май һанында. — Һөҙөмтәлә халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн 14 рәсми компания билдәләнде, шул иҫәптән “Башавтотранс” та еңде, уларҙың хоҡуҡтары раҫланды... Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә лицензиялар ғына алып, ҡала хакимиәте менән килешеү төҙөмәйенсә, “нелегалдар”ҙың автобустары өйрәнелгән маршруттары буйынса йөрөүен белде. Етмәһә, пассажирҙарҙы ылыҡтырыу өсөн юл хаҡтарын төшөрҙөләр. Шул уҡ ваҡытта Өфөнөң рәсми хеҙмәтләндереүсеһе булған “Башавтотранс” һығылмалылыҡҡа барыр тип уйламанылар ҙа...”
Беҙгә, ябай халыҡҡа, етәһе ереңә шәхси эшҡыуарҙың автобусына ултырып барҙың ни, дәүләттекенә эләктең ни. Иң мөһиме — яҡшы хеҙмәтләндерһендәр, ваҡытында туҡталышҡа килеп етһендәр, ултырыу тигәнең ҡыҫылып, манма тиргә өҙөлөп баҫып барыу булмаһын, кейемең йыртылып, төймәләрең төшөп ҡалмаһын...
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочи ҡалаһында үткән кәңәшмәлә федераль Хөкүмәткә ил халҡын “зәңгәр яғыулыҡ”та эшләгән автомобилдәргә ултыртыуҙы күҙаллаған программаны тиҙләтергә ҡушты. Чиновниктарҙың уйынса, 2030 йылға барлыҡ транспорттың яртыһы газға күсәсәк, ә бензин йәки дизель яғыулығы менән эшләмәүсе яңы автомобилдәр 25 тапҡырға — 2,5 миллионғаса — артасаҡ. Әлбиттә, был йәһәттән һәр кемдең үҙ уйы, фекере бар. Әлеге юҫыҡтан ҡарағанда, бөгөн шыйыҡландырылған тәбиғи газ рөхсәт ителгән мотор яғыулығы исемлегенә индерелмәгән, уны ҡойоу станциялары юл инфраструктураһында ла ҡаралмаған, бындай станцияларҙы төҙөгән саҡта ташламалар күҙалланмаған. Шул турала Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак дәүләт башлығына ла белдерҙе (“Известия”, 2013 йыл, 16 май).
“Зәңгәр яғыулыҡ”ҡа күсеүҙең өҫтөнлөктәре байтаҡ. Тәүгеһе — осһоҙлоғо. “Газпром”дың директорҙар советы рәйесе Виктор Зубков әйтеүенсә, шыйыҡландырылған бер бак газ яғыулығы 400 һумға төшә, ә бензин 1200-гә тура килә. Икенсенән, Рәсәй автомобилдәре әле йыл һайын 14 миллион тонна зарарлы матдәне һауаға осорһа, газға күскәс, ул күпкә кәмейәсәк. Өҫтәүенә беҙҙә газ запасы бик ҙур. Был да автомобилдәрҙе ошо яғыулыҡҡа күсереүгә этәргес булып тора. Улайһа, бөгөн Рәсәйҙең 103 мең машинаһы ғына шыйыҡландырылған газда эшләй, ә донъя буйынса алғанда уларҙың һаны 17 миллионға еткән. Бәлки, ошо яғыулыҡҡа күсһәк, ысынлап та, юл хаҡтары төшөүҙән тыш, социаль-иҡтисади йәһәттән бүтән төрлө файҙа ла күбәйер.