“Өфө-Арена” комплексында “Газ. Нефть. Технологиялар-2013” ХХI Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе эшен дауам итә.
Унда Австрия, Германия, АҠШ, Чехия, Бельгия һәм Рәсәй предприятиелары етештергән заманса нефть һәм газ ҡорамалдары, махсус кейем-һалым, башҡа продукция күрһәтелә. Күргәҙмәлә 400-гә яҡын ойошма ҡатнаша.
— Сарала оҙайлы килешеүҙәр төҙөлә, етештереүселәр менән заказсылар араһында үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә, — тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. — Киләһе бер ярым-ике йылда баш ҡалаға килеүселәр өсөн уңайлыҡтар артасаҡ — әле биш ҡунаҡхана төҙөлә. Һеҙҙе Өфөлә вәкиллектәрегеҙҙе асырға саҡырабыҙ.
Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы Рәсәйҙең Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль сәләмләне.
— Май айында илебеҙҙәге нефттең баш ҡалаһында йыйылыу яҡшы йолаға әүерелде, — тине ул. — Өфө күргәҙмәһе нефть һәм газ берләшмәһе тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Ул бик күп төбәк күргәҙмәләре араһында айырым урын биләй. Йыш ҡына бында тармаҡ производстволары өсөн өр-яңы техник һәм технологик ҡарарҙар тәүге тапҡыр яңғырай.
“Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе тәжрибә уртаҡлашыу, үҙ-ара файҙалы килешеүҙәр төҙөү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әүерелде. Даими ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, Өфөлә яңы продукттар, хеҙмәттәр, тармаҡтағы өр-яңы эшләнмәләр менән таныштырыу, яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн яҡшы шарттар булдырылған.
Күргәҙмә 24 майға тиклем дауам итәсәк.
оценка недвижимости в уфе