Дөрөҫ һыҙаттар күренә башланы23.05.2013
Баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холда Euromoney инвестиция форумы уҙғарылды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Euromoney компанияһы менән килешеүгә ярашлы ойошторҙо.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин билдәләүенсә, берлектәге эштең төп маҡсаты — Башҡортостандың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше өсөн тәҡдимдәр индереү. Уның әйтеүенсә, бер нисә йыл элек кенә “асыҡтан-асыҡ һөйләшеү мөмкинлеге юҡ ине”, хәҙер 2010 йылда башланған үҙгәрештәрҙе кирегә бороу мөмкин түгел. Яңы иҡтисади сәйәсәт дөрөҫ һыҙаттарға эйә була башланы.
Euromoney форумы “Газ. Нефть. Технологиялар-2013” һәм “Ҙур химия” кеүек мөһим саралар менән бер үк ваҡытта үткәрелде. Ошо рәүешле Европалағы финанс төркөмдәре республикалағы иң көслө тармаҡ вәкилдәре менән осрашыу мөмкинлегенә эйә булды.
Форум барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән Бөтә донъя банкы, шулай уҡ республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Ernst&Young компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.


Вернуться назад