Абруйлы премия лауреаты23.05.2013
“Искра” ауыл хужалығы кооперативының машина менән һауыу операторы Зөлфиә Ишкинина Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов исемендәге премияға лайыҡ булды.

Ейәнсура районы ҡыҙы Зөлфиә бала сағында тәмле-татлы ризыҡ бешерергә һәм туғандарын һыйларға яратҡан, кондитер булырға хыялланған, әммә яҙмышы уға башҡа юл әҙерләгән. Мәләүез ҡалаһында кондитерлыҡҡа уҡып йөрөгәндә буласаҡ тормош юлдашы Шәүкәт Шәүрәт улын осрата. Училищены тамамлағас, йәштәр ғаилә башлығының тыуған ауылында төпләнә. Ире механизатор-комбайнер, үҙе “Искра”ла һауынсы булып эш башлай. Хәҙер икеһе лә хужалыҡта алдынғылар рәтендә. Тырыш ғаилә – ауылдаштарына өлгө.
Уңған ҡулда бәрәкәт: былтыр Зөлфиә Әмир ҡыҙы үҙенә беркетелгән 28 һыйырҙың һәр ҡайһыһынан уртаса — 5900, ә барлығы 164 598 килограмм һөт һауған.
– Малҡайҙар эргәһенә һәйбәт кәйеф менән барырға кәрәк, – ти ул. – Һыйырҙар наҙҙы тоя, үҙҙәренә төбәп әйтелгән һүҙҙе аңлай һәм яҡшы мөнәсәбәткә юғары һауым менән яуаплай.


Вернуться назад