Күберәк етештерергә, аҙыраҡ бысратырға23.05.2013
Түбәнге Новгород ҡалаһында сәнәғәт предприятиелары етәкселәренең Бөтә Рәсәй йыйылышы үтте, унда сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләләре тикшерелде.

Эшлекле һөйләшеү өсөн Түбәнге Новгород өлкәһе осраҡлы һайланмаған. Бындағы Дзержинск ҡалаһында хәүефле урындар байтаҡ. Мәҫәлән, “Игумново” ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, элекке “Оргсинтез” заводының ҡалдыҡтары күмелгән урын, “Капролактам” заводының шламын һәм химия ҡалдыҡтарын һаҡлау кеүек тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүсе объекттар урынлашҡан. Шуға ла белгестәр бергәләп, нефть химияһы тармағының йылдан-йыл үҫешеүен иҫәпкә алып, ҡәтғи саралар күреүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Был аҙнала Өфөлә асыласаҡ III Халыҡ-ара “Ҙур химия” форумында Волга буйы федераль округында нефть химияһы өсөн тәғәйенләнгән ике кластер булдырыу мәсьәләһе күтәреләсәк. Бындай кластерҙар 2030 йылға тиклем Түбәнге Новгород, Һамар, Һарытау өлкәләрендә лә төҙөләсәк.
— Химиянан тыш башҡа бер тармаҡ та төбәктә ул тиклем күп эш урыны бирә алмаясаҡ. Үҙебеҙҙең сеймалдан сит илдәрҙә етештерелгән әҙер тауарҙы һатып алыу дөрөҫ түгел, – ти Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич иһә иҡтисадты үҫтереүҙе заманса технологиялар һәм экология мәсьәләләрен иҫәпкә алып башҡарыуҙы талап итә. “Тәбиғәткә мөмкин тиклем һаҡсыл булырға кәрәк. Бөгөнгө технологиялар ярҙамында быға өлгәшеп була. Хатта хәүефле сәнәғәтте лә хәүефһеҙгә әүерелдереү мөмкин. Бының өсөн бары тик аҡса йәлләмәҫкә кәрәк”, – тип билдәләне ул.


Вернуться назад