Шуныһы һәйбәт: ерҙә дым күп21.05.2013
Шуныһы һәйбәт: ерҙә дым күпРайон хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға бара, көндәр аяҙ торһа, аҙна аҙағына сәсеп бөтәсәктәр. Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, сәсеүлектәр 59 мең 400 гектар майҙанды биләй, әле шуның 35 мең гектарында эш бөткән. Республика Хөкүмәтенән яҙғы баҫыу эштәренә 2 миллион 500 һум аҡса бүленгән. 2 меңдән ашыу гектарҙағы ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, ҡайтанан сәсеү талап ителмәй. Өҫтәмә туҡландырыу үткәргәндән һуң, арыш күҙгә күренеп күтәрелә.

Һәр йылдағыса, райондың “Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте игенселәре баҫыу эштәрен ойошҡан алып бара. Техника яңы, яғыулыҡ өҙөлмәй, кадрҙар бар. Игенселәр өсөн ике тапҡыр ашатыу ойошторолған. Хужалыҡтың дүрт баҫыуына ун берәмек техника йәлеп ителгән, биш сәсеү агрегаты яланды иңләй.
Беҙ барған баҫыуҙа “Агромастер” сәскесе тағылған ҡеүәтле К-700-44 тракторында тәжрибәле механизатор Өлфәт Уйылданов бойҙай сәсә ине. Уға хужалыҡ рәйесенең баҫыусылыҡ буйынса урынбаҫары Ринат Әминев менән комплекс начальнигы Роберт Фәтҡуллин ярҙам итә. Хужалыҡ етәксеһе Наил Әхтәмов әйтеүенсә, быйыл игенселәр өсөн йыл ҡулай килә, шуға күрә сәсеү кампанияһының мөһимлеген аңлап, улар ваҡыт менән иҫәпләшмәй, тырышып эшләй.
“Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге көнбағыш сәсеүгә ҙур иғтибар бирмәксе. Уның майҙаны артҡан, сәселәсәк 550 гектарҙағы көнбағыштың 350 гектары – май һәм орлоҡ, ә 200-ө силос өсөн ҡаралған. Шулай уҡ 900 гектарҙа бойҙай, 400 гектарҙа — ҡарабойҙай, 300 гектарҙа арпа һәм башҡа иген культуралары сәселәсәк. Механизаторҙар Фәнзил Бикйәнов, Данис Хәйруллин, Айнур Фәритов — алдынғылар рәтендә. Бөгөн игенселәрҙең күңелен ерҙә дымдың күп булыуы һөйөндөрә.


Вернуться назад