Юлдар ауыр йөк ташыуҙан туҙа21.05.2013
Яҙ етеү менән юлсыларҙың эше һис тә аҙаймай, киреһенсә, артып китә. Иң тәүҙә беҙҙең һауа шарттары “ярҙамында” юлдарҙа соҡор-саҡыр барлыҡҡа килә, уларҙы ямарға тотоноуҙан башҡа сара ҡалмай.

Көндәр түҙеп торғоһоҙ эҫе булған, ә төндәр, киреһенсә, һалҡынайтып ебәргән мәлдә, юлсыларға нисек эшләргә һуң? Баҡтиһәң, был мәсьәләне лә хәл итеү ысулы табылған. Хәҙер “һалҡын асфальт” технологияһы ҡулланыла. Бындай махсус ҡатнашманан һалынған юлдан йөрөү шунда уҡ рөхсәт ителә, кипкәнен көтөп торорға кәрәкмәй.
– Юл йөрөүселәрҙең сифатлы автомобиль трассаларына мохтажлыҡ кисереүен аңлап, Федераль юл агентлығындағы кәңәшмәлә алдағы йылдарға өҫтәмә аҡса бүленеүен һораныҡ, был күберәк эште башҡарырға булышлыҡ итәсәк, – ти “Һамар – Өфө – Силәбе” автомобиль магистрале идаралығы етәксеһе Радмир Ваһапов. Уның һөйләүенсә, 2011 йылда федераль трассаның 170 километры төҙөкләндерелһә, былтыр 200 километр юлда ремонт башҡарылған. Быйыл идаралыҡҡа беркетелгән 908 километр юлдың кәмендә дүрттән бер өлөшөн төҙөкләндереү бурысы тора, йәғни Өфө, Туймазы, Иглин, Шишмә, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Көйөргәҙе райондары аша үткән федераль трассаның 280 километрға яҡыны күҙгә күренеп яҡшырасаҡ. Уларҙың проекттарын эшләү башланған да инде.
Юлдар ни өсөн тиҙ боҙола һуң? Ысынлап та, ҡайһы бер урындарҙа соҡор-саҡыр үтә лә тиҙ барлыҡҡа килә. Баҡтиһәң, бының төп сәбәбе – водителдәрҙең ауыр йөк ташыу буйынса ҡағиҙәләрҙе үтәмәүе.
– Федераль юл агентлығы яҙғы осорҙа ауыр техникаға юлды юҡҡа ғына япмай бит. Был тәбиғәт шарттарына бәйле. Яҙғы һыуҙың юлдың ҡомло тупрағына үтеп инеүе сәбәпле, асфальт яҡынса биш тапҡырға йомшара. Ауыр машиналар ошо мәлдә юлдарҙы йөрөй алмаҫлыҡ итеп боҙа ла инде, – ти етәксе.
Радмир Ваһаповтың фекеренсә, беҙҙең юлдарҙың ҙур өлөшө үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгәнен иҫтән сығарырға ярамай. Ул мәлдәрҙә талап бөгөнгөһөнән һиҙелерлек айырылған, әлбиттә. Мәҫәлән, элек юлдар машинаның һәр күсәренә 6 тонна йөк иҫәбе менән төҙөлһә, бөгөн һәр өсөнсө транспорт бынан күпкә ҙурыраҡ ауырлыҡ менән килә. Эйе, табыш күберәк булһын өсөн инде. Шуға ла юлдарҙа фотофиксация аша автомотлаштырылған үлсәү постары булдырыу мәсьәләһе бик киҫкен тора. Әгәр ҡағиҙә боҙоусыларға ҙур ғына күләмдә штраф һалына башлаһа, был, һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ ине. Рәсәй Транспорт министрлығының Федераль юл агентлығы Башҡортостандың автомобиль магистралдәрендә ошондай өс пост төҙөү проектын раҫлаған да инде. Улар иң яҡшы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, шунда уҡ яҡынса 30-40 йөк машинаһына туҡталҡа төҙөләсәк. Техниканың көндән-көн артыуы ла юлдарҙың сифатына йоғонто яһамай ҡалмай. 1995 йылдан алып беҙҙең илдең автомобиль паркы 17,6 миллиондан 50,5 миллион берәмеккә еткән, йәғни өс тапҡырға артҡан. Шуныһы аңлашылмай: үткән быуат аҙағында Рәсәйҙә йылына 6 мең генә километр юл сафҡа индерелгән, ә 2000 йыл тирәһендә был һан хатта өс тапҡырға кәмегән. Шулай итеп, юл төҙөү барышы транспорттың артыу тиҙлегенән байтаҡҡа ҡалыша. Мәҫәлән, Өфө янындағы юлдарҙан ғына тәүлегенә 70 меңдән ашыу берәмек техника үтә икән.
– Әммә яҡын арала хәлдең яҡшыға үҙгәреренә өмөт бар – тиҙҙән ҡануниәттә машинаһының дөйөм ауырлығы 12 тоннанан артҡан хужаларҙан юлдарға килгән зыян өсөн өҫтәмә түләтеү хаҡында статьялар барлыҡҡа киләсәк, – ти Радмир Ваһапов.


Вернуться назад