Уңыш яҙмышы – игенсе ҡулында18.05.2013
Уңыш яҙмышы – игенсе ҡулында– Баҫыуҙан ҡайтып ингәнебеҙ ҙә юҡ инде, көнө-төнө тигәндәй киләһе уңышҡа нигеҙ һалабыҙ, – тип ҡаршы алды беҙҙе баҫыуҙа “Илеш-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Игенсе” етештереү участкаһы начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ромел Шамратов. – Байрам алдынан яуып үткән ямғырҙың файҙаһы булыр, моғайын. Иң мөһиме – һыу ергә һеңде, тупраҡта дым етерлек, шуныһы күңелде күтәрә.

Ромел Мөғәллим улы үҫемлекселек өсөн уңайлы йыл килеүен, көҙҙән сәселгән ужым культураларының матур ҡышлауын да билдәләп үтте.
Шөкөр, көндәр матур тора, ҡояш ҡыҙҙыра – тәбиғәт ауыл кешеһенә дәрт өҫтәй. Шуға ла баҫыуҙа тырышлыҡ һалған механизаторҙарҙың кәйефе күтәренке булыуы әллә ҡайҙан һиҙелә: араларында йырлап-көйләп йөрөгәндәре лә, шаяртып һүҙ ҡушҡандары ла бар. Етмәһә, аяҙ көндәрҙе файҙаланып борсаҡты, арпаны, бер йыллыҡ үләндәрҙе сәсеп тә бөткәндәр. Әле ике меңдән ашыу гектар майҙанда, сит ил техникаһын егеп, ҡыҫҡа ваҡытта баҫыу эштәрен тамамлауҙы бурыс итеп алған игенселәр. Әлбиттә, йыл һайын тиерлек яңыртып торғас, участканың техника паркы бай ғына. Совет осоронан ҡалғанын да, оҫтаханала йән өрөп, запас частарға аҡса йәлләмәй, эшкә ҡушҡандар.
Эш ике сменала ойошторолған. Бында тырыш егеттәр етерлек. Мәҫәлән, 1972 йылдан бирле туған хужалығында механизатор булып эшләгән Мөҙәрис Хәбибов көндөҙ баҫыуҙа булһа, уның хеҙмәттәше Шәмсиәхмәт Сәғәбиев төнгөлөккә сыға. Тәүлегенә һәр береһе 100-130 гектар ергә орлоҡ һала.
– Орлоҡ, яғыулыҡ етерлек әҙерләнгәс, сәсеү мәлендә бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар булманы. Бер-ике көндән кукурузға төшәсәкбеҙ, – ти егеттәр. – Зарланырлыҡ сәбәптәр ҙә юҡ, техника төҙөк, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Өс тапҡыр ашаталар, баҫыуға алып килеп тороп. Тик...
– Нимәһе тик?.. Әллә берәй нәмә борсоймо? – тип һорап ҡуйҙым.
– Әллә инде, проблема тиһәң дә була: эшсе ҡулдарҙың етешмәүе ҡайһы саҡ бәкәлгә һуға.
Ысынлап та, егеттәрҙең борсолоуы юҡҡа түгел. Участкала механизаторҙарға ғына түгел, юғары белемлеләргә лә ҡытлыҡ икән. Бөгөн бында дүрт ауылдан 80-дән ашыу кеше эшләй, ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны 100-ҙән аша. Шулай ҙа халыҡ ауылда бил бөгөргә теләмәй, Себергә китеп эшләүҙе, ҙур ҡалаларға барып аҡса һуғыуҙы хуп күрә. Участка начальнигы, йәмғиәт етәкселеге эшкә килеүселәрҙе бөгөндән йәшәр урын менән тәьмин итергә риза, район хакимиәте лә йәштәр өсөн уңайлы торлаҡ программаһын тәҡдим итә. Ауылға ҡайтып эшләргә теләге булғандарға, мәҫәлән, 300 мең һум күләмендә түбән ставкалы кредит бирелә икән.


Вернуться назад