Эш тә, ял да йәнәш18.05.2013
Район буйынса быйыл сәсеү эштәре 62 мең 400 гектарҙа башҡарыла. Баш агроном Зиннур Байбулатов әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 17 миллион һум аҡса бүленгән, шуға 1 400 тонна юғары сифатлы орлоҡ һатып алынған, яғыулыҡ-майлау материалдары хәстәрләнгән. Әле баҫыуҙарҙа 93 сәсеү агрегаты эшләй.

Ялан батырҙары менән яҡындан танышыу ниәтенән Яңы Украинкаға юлланабыҙ. Ауылдың терәге һәм ышанысы — “Күскилдин” хужалығы. Етәксеһе лә, эшселәр ҙә тракторҙар янында мәж килә. Баҡтиһәң, улар бер баҫыуҙа сәсеүҙе бөтөп, Гараж арты тип аталған икенсеһенә юлланырға тора икән. Барыһының да кәйефе көр, ошо көндәрҙә яуып үткән ямғырҙар файҙаға ғына, тип ҡыуаналар. 16 кешенән торған бригада иртәнге 7-нән киске 10-ға тиклем баҫыуҙа. Сәсеүҙе 24 майға тамамларға иҫәп тоталар. Хужалыҡ етәксеһе Фәрит Күскилдин әйтеүенсә, барлығы 1 700 гектарға орлоҡ һалыу ҡаралған, әле шуның 300 гектарында — арпа, 200 гектарында һоло сәсеп өлгөргәндәр. Йылдың төп үҙенсәнлеге — тупраҡта дымдың етерлек булыуы. Тимәк, игенселәр көҙгө уңышҡа өмөтләнә ала.
Ялан батырҙары өсөн уңайлы шарттар булдырылған: тамаҡ ялғарға айырым будка, ял урыны бар. Ашнаҡсы Миңзәлә Күскилдина бешергән тәмле ризыҡтарҙы игенселәр яратып ашай. Өс “ДТ-75” тракторында механизаторҙар Фәнил Арыҫланов, Рим Сафин, Руслан Ғәниев тырышып тир түкһә, тығыҙлауҙа Вәкил Арыҫлановҡа тиңләшеүсе юҡ. Вәли Ҡарағолов “КамАЗ” автомашинаһында орлоҡ ташый. Яңыраҡ механизаторҙар янына Аҡъярҙың 110-сы һөнәрселек училищеһында белем алыусы Әмир Шарданов та практикаға килгән.
Хужалыҡ етәксеһе эшселәрен дәртләндереү маҡсатында төрлө сара күрә. Шуныһы ҡыуаныслы: Фәрит Йомабай улы хеҙмәткәрҙәрен үҙ иҫәбенә киләһе ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырып та ҡуйҙы! Эш тә, ял да һәр саҡ йәнәш булырға тейеш, ти хужалыҡ етәксеһе.


Вернуться назад