Күршеләр хайран ҡалды17.05.2013
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты Туймазы районында уҙғарылған күсмә ултырышта Башҡортостандағы Ауыл хужалығы министрлығының ауыл предприятиеларына ярҙамы менән танышты. Фекер алышыуҙа Татарстан Дәүләт Советының Экология, тәбиғәттән файҙаланыу һәм аграр мәсьәләләр комитеты рәйесе Валерий Васильев етәкселегендәге бер төркөм депутаттар ҡатнашты. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ултырышта ҡатнашыусыларға төп күрһәткестәр хаҡында һөйләне.
Уҙған ике йыл эсендә ауыл етештереүселәренә бөтәһе 4 миллиард һумлыҡ 3 600 берәмек техника һатып алынған. Уның хаҡының 40 процентын республика түләгән. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр мал аҙығы йыйыу техникаһы һәм комбайндар һанының кәмеүе туҡтатылған.
Министр әйтеүенсә, “500 ферма” программаһын тормошҡа ашырыу биш йыл эсендә 500 һөтсөлөк фермаһын яңыртыуҙы күҙаллай. Бөгөнгө көнгә 70-кә яҡын ферма реконструкцияланған, 6 меңдән ашыу тоҡомло мал һатып алынған.
Күсмә ултырыштан һуң депутаттар “Ҡушбүләк” крәҫтиән хужалығы менән танышты.


Вернуться назад