Сәғәтте алға күсереп, көн төнгә әйләнмәй...17.05.2013
Рәсәй халҡы һуңғы сирек быуатта баҙар шарттарына тулыһынса күсеп бөттө инде. Бизнесты ул, бөтә нәмәне тауарға әйләндереп, аҡса һуғыуға тиңләй, тиһәң дә хата булмаҫ. Мәктәп эскәмйәһенән башлап, “пионерҙан пенсионерға тиклем“, бөтәһе лә тиерлек сауҙа менән мәшғүл. Ошо йылдарҙа математика дәресендәге мәсьәләнән алып Айҙағы биләмәләргә тиклем тауарға әйләнеп бөттө.

Диплом, диссертация, тән ағзалары, ер, төрлө документтар, дуҫлыҡ, мөхәббәт һымаҡ кеше араһындағы мөнәсәбәттәр… Хатта йәндәрен дә һатыуға сығарған кешеләр осрап ҡуя. Донъялағы уңышты күптәр ошо һәләт менән бәйләй: элек тауар тип иҫәпләнмәгән нәмәне тауарға әйләндереү “оҫталығын” маркетинг, менеджмент тип атаған булалар. Һатыусыны ла менеджер тип исемләйҙәр хәҙер. Ихлас ярҙам иткән кешене осратыуы ла еңелдән түгел. Күптәр бөгөн “буштың атаһы үлгән” принцибы буйынса йәшәүгә күсте. Машинаһына ултыртып барғаны өсөн туғанынан аҡса һорарға ла тартынмағандар бар. Һыйға ғына башҡарылған күмәк эш, өмәләр юҡҡа сыҡты тиһәң дә була. Үҙ эше өсөн аҡса һорамаған кеше сәйер, хатта ахмаҡ кеүегерәк ҡабул ителә.
Былтыр Дәүләт Думаһында депутат мандатын 7,5 миллион евроға һатырға маташҡан КПРФ фракцияһының бер депутатының ҡылығы халыҡты ла, власты ла әллә ни аптыратманы шикелле. Һәр хәлдә, был ваҡиғаны тиҙ генә “онотторорға” тырыштылар. Төптән уйлап ҡараһаң, был һан хәҙерге Рәсәй йәмғиәтенең асылына төшөнөү өсөн күпкә ишара: Думаның 450 депутаты менән Федерация Советы сенаторҙарының дөйөм “капитализацияһы” яҡынса 6 миллиард доллар тәшкил итә.
Депутат мандаттарының бөтәһе лә һатыла, тип әйтмәйем. Әммә баҙар шарттарында уның бер әтнәкәһе бар. Мандатты һатып алған депутат алдан иҫәпләп ҡуялыр, моғайын: ошо 10 миллион долларҙы депутатлыҡ осоронда тулыһынса ҡайтара аласағына ышанған саҡта ғына уның өсөн түләйәсәк бит. Депутаттың айлыҡ эш хаҡы — яҡынса 5 мең доллар. Түләнгән хаҡты кире ҡайтарыу өсөн уға 166 йыл кәрәк. Тимәк, бында ниндәйҙер ябай халыҡҡа күренмәгән финанс сығанаҡтары бар. Кире осраҡта бизнесмен был мандатҡа әйләнеп тә ҡарамаясаҡ бит.
Яңы ғына депутаттарҙың, чиновниктарҙың декларацияларын ҡабул итеү тамамланды. Хәҙерге Рәсәй власының байҙар өсөн тәғәйенләнгәне берәүҙе лә аптыратмай. Әммә ошо власта ябай хеҙмәт кешеһенең булмауы — сәйер күренеш (Урал федераль округының етәксеһе итеп цех начальнигын ҡуйыу, хатта Хеҙмәт Геройын тергеҙеү ҙә был бушлыҡты тултыра алмай шул). Билдәле спортсылар, артистар унда исем өсөн кеүек. Улар шул һайлаусыларҙың тауышын йәлеп итер өсөн генә файҙаланыла. Коррупцияға ҡаршы көрәш маҡсатында ҡабул ителгән декларацияларҙы иғлан итеү процедураһы ла Рәсәйҙең депутат корпусында халыҡ мәнфәғәте өсөн көрәшкән шәхестәргә ҡытлыҡты асыҡ күрһәтте.
Күп депутаттың тормош юлдаштары үҙҙәренән күберәк “аҡса эшләүе”, кәрәк булған саҡта улар менән ваҡытлыса айырылып тороу, сит илдәрҙәге байлыҡтарының бәлиғ булмаған балаларына яҙылыуы ысын мөлкәтте йәшереү өсөн ғәҙәти аҙым булып һанала. Шул уҡ Владимир Жириновский, ҡатыным менән рәсми никахта түгелбеҙ тип, уның мөлкәтен үҙ декларацияһында күрһәтмәне. Закон буйынса ул, әлбиттә, хаҡлы. Оппозиция депутаты булып иҫәпләнгән, юғары белеме лә булмаған Пономаревтың Сколковола “уҡылған” лекциялары өсөн алынған иҫ киткес күләмдәге гонорарҙары, “матур итеп” мандатын тапшырған депутат этикаһы комитеты етәксеһе Пехтин кеүектәр халыҡ алдында бөтә парламентаризмды тулыһынса фашланы. Улар ҡабул иткән закондарҙың тулыһынса нигеҙле икәненә халыҡты ышандырыу еңелдән булмаясаҡ. Күптәр тәҡдим иткән сараның ошо саҡырылыш депутаттарын ваҡытынан алда тарҡатып, яңы һайлау үткәреүҙең һөҙөмтәһе булмаҫтыр: Думаның яңы составының да шул уҡ эш менән шөғөлләнәсәге көн кеүек асыҡ.
Был йәһәттән халыҡтың хәҙерге Рәсәй власына ышанысының кәмеүенә ғәжәпләнергә кәрәкмәйҙер. Шул уҡ Пехтиндың депутатлыҡ декларацияһында күрһәтелмәгән АҠШ-тағы виллаларын Федераль именлек хеҙмәте түгел, бер блоггер тапты. Ҡайҙа һуң прокуратура, суд, хөкүмәт, урындағы власть? Яңыраҡ Владимир Путин ун беренсе тапҡыр тура бәйләнеш үткәрҙе. Йыл һайын был “сеанс”тың дауамы оҙая ғына бара, бына быйыл рекордлы 4 сәғәт 47 минутҡа барып етте. Тик бер генә кешенең — Рәсәй Президенты Владимир Путиндың — халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуы беҙҙе ҡыуандырып етмәй. Путиндың күрһәтмәһе буйынса ике көн эсендә генә балалар майҙансығы төҙөп була ла ул. Әммә илебеҙҙә меңәрләгән, хатта миллионлаған башҡа ошондай объекттарҙы кем ҡайғыртыр? Был хәлде дәүләт етәкселеге яҡшы аңлай. Хатта Советтар Союзы заманында яҡшы өлгө булараҡ ҡалған сараларҙы тергеҙергә тырышыу ҙа ошо юҫыҡтан. Һаулыҡ һаҡлау тармағы насар эшләгәс — ГТО-ны кире ҡайтарыу, Оборона министрлығындағы коррупцияны бөтөрөү өсөн — ни өсөндөр бөтөрөлгән прапорщиктарҙы, бер парад та уларһыҙ үтмәгән данлыҡлы Тамань һәм Ҡантимер дивизияларын, сит илдәрҙәге хәрби базаларҙы ҡайтанан тергеҙеү, социаль тармаҡтар булдыра алмағас, совет пенсия системаһына кире ҡайтыу... Эйе, был, бәлки, һәйбәт күренештер. Совет осоро халыҡ хәтерендә юйылмай ҡала килә. Әммә баҙар шарттарында уларҙың элеккесә һөҙөмтәле эшләй алыуы бик икеле, сөнки хәҙерге Рәсәйҙең иҡтисади нигеҙе — хосуси милек — үҙгәрмәйенсә, был бутафор алымы ғына булып ҡаласаҡ.
Дмитрий Медведев, үҙенең президентлыҡ вәкәләттәренән файҙаланып, Ер шарындағы берҙән-бер “ҡышҡы” дәүләтте йәйге ваҡытҡа күсерәм тип, тәбиғәткә ҡаршы килеп, сәғәт телдәрен шылдырҙы ла ул... Әммә ни өсөндөр уның “изге” ниәтен аңлап етмәгән йәнлектәр, сабый балалар, үҫемлектәр донъяһы элеккесә йәшәй бирә. Шуның һымаҡ яңы заманда иҫке “сәғәттәр”ҙең дөрөҫ күрһәтеүе бик икеле шул...


Вернуться назад