“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡы апрелдә 0,4 процентҡа, ә йыл башынан алып 2,4 процентҡа артҡан.
Статистиктар билдәләүенсә, ғинуар — апрелдә инфляция кимәле былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға юғарыраҡ булған. Был иң элек миҙгел үҙенсәлектәренә һәм административ ҡарарҙарға бәйле.
Нефть продукттары 2,6 процентҡа ҡиммәтләнгән. Бер йыл элек уларҙың хаҡы тотороҡло ине. Ҡала электр транспортында йөрөү хаҡы йыл башынан алып 30,5 процентҡа үҫкән. Аҙыҡ-түлек баҙарында йәшелсә, емеш-еләктең ҡайһы бер төрҙәре ҡиммәтләнгән. Мәҫәлән, картуф менән сөгөлдөр хаҡы 20,4 һәм 23,4 процентҡа, кәбеҫтә, башлы һуған һәм кишерҙеке — 5,3–8,3, помидор, лимон, алма һәм банандыҡы 2,4–4,5 процентҡа артҡан. Төбәктә алкоголле продукцияға хаҡтың да күтәрелеүе дауам иткән. Статистикаға ярашлы, үҙебеҙҙә сыҡҡан коньяк, шарап, һыраға һәм сифатлы араҡыға хаҡты 0,4–2 процентҡа күтәргәндәр. Апрелдә шәкәр 3,1, йомортҡа 4,7 процентҡа ҡиммәтләнгән. Уның ҡарауы, ҡош ите, ҡарабойҙай ярмаһы, груша, әфлисун, виноград, ҡыяр арзанайған. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға килгәндә, күрһәткестәр түбәндәгесә: аяҡ кейеменә хаҡ 0,7–2,2 процентҡа, тәмәкегә 2,1–5,6 процентҡа артҡан. Ҡыҙыл кирбес 1,5 процентҡа ҡиммәтләнһә, ағас плитәләр, быяла 1,6–10,2 процентҡа арзанайған.
Хеҙмәттәр өлкәһенә килгәндә, элемтә тарифтары артҡан. Почта элемтәһе — 9,6, ҡала телефон элемтәһе — уртаса 7,6, телеграф хеҙмәте 6,4 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Тағы бер яңылыҡ: республикала коммерция нигеҙендә хеҙмәтләндереүсе ҡала автобусында юл хаҡы һәм ҡулланыу кредитының процент ставкаһы түбәнәйгән.
автоэкспертиза уфа