Һаҙҙар төшөнкөлөк һаҙлығына батмаған16.05.2013
Иншалла, Үрге Һаҙға бер ниндәй мажараһыҙ барып етелде. Тау үренән түбәнгә табан алып барған борма юл башында ирекһеҙҙән туҡтап ҡалдым. Алдымда асылған ауыл панорамаһы әкиәттәге тылсымлы батшалыҡтан һис тә кәм түгел! Ошондай хозурлыҡта йәшәгәндәр йәнтөйәгенең ниндәй ҡәҙер-хөрмәткә, ихтирамға лайыҡлылығын беләме икән?!
Замана уңайлыҡтары әҙәм балаһын тере тәбиғәттән, уның ҡабатланмаҫ иләҫлегенән айырған шул. Ана бит, ауыл урамдарында бер кешене осратырмын тимә. Шул мөйөштәге "йәшник"тәренә тексәйеп ултырғансы, исмаһам, урамға бер сығып әйләнһәләрсе!.. Берәй йортҡа аяҡ баҫыу ҡайҙа ул – һәр ҡапҡа төбөндә хужа урынына быҙауҙай эт абалап ҡаршы ала. Шулай ҡайҙа барырға белмәй, урам уртаһында алан-йолан ҡаранып торғанда, ҡаршымдағы йорттан, рәхмәт төшкөрө, хужабикә килеп сыҡты.
— Урындағы оҫта Миңнулла Насиповтың йортон табырға ине, — тиеүемә, ул баҫалҡы ғына:
— Ошо йортта йәшәй ҙә инде, — тип яуапланы ла кем, ҡайҙан булыуымды һорап та тормайынса, эскә әйҙәне.
Ауыл һәм уның кешеләре, тормош-көнкүреш, йәшәү рәүеше менән танышыу нәҡ ошо ихатанан башланды ла инде. Һөнәрмәндең үҙе, шөғөлө, йәшәйеше тураһында башланған әңгәмәбеҙгә ғүмерҙәрен йәш быуынға белем-тәрбиә биреүгә арнаған Әлмира Хәлитова менән Мәймүнә Мәжитова ҡушылып, хикәйәтебеҙҙе тулыландырҙы.
Насиповтар — ауылды ауыл итеп тотҡан бер ҡыйырсыҡ. Үрге Һаҙҙы — Миңнуллаларһыҙ, Миңнуллаларҙы Үрге Һаҙһыҙ (бында йәшәгән һәр ғаилә тураһында шулай тип әйтергә мөмкин) күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Бер бөтөн улар. Нигеҙе, тамыры, бар булмышы менән бер бөтөн. Һәм Миңнулла кеүек үҙ нигеҙенә, тупрағына береккәндәр етмешләгән йортто биләй бында. Ошо етмешләгәндең һулышы, йөрәк тибеше, көнитмеше, яҙмышы һәм күңел торошо бер-береһенә яҙғы салт аяҙ көн кеүек ап-асыҡ. Сер ҙә, кер ҙә, мәкер ҙә юҡ. Ҙур ҡала-ауылдарҙа ҡайнап торған сетерекле хәл-әхүәлдәр шауҡымынан азат булған бөтә төпкөл, бәләкәй башҡорт ауылдарына ғына хас ихласлыҡ, эскерһеҙлек, мөләйемлек аңҡып тора Үрге Һаҙҙа.
Урындағы халыҡтың көнитмеше тураһындағы хикәйәтте аҫабаларҙың байтағы менән осрашып, күҙмә-күҙ аралашҡандан һуң, шул ауылды ауыл итеп бер йоҙроҡҡа төйнәп, берләштереп торған мәктәп хаҡында башламау яҙыҡ булыр. Быға тиклем туғыҙ йыллыҡ булып эшләп килгән белем усағын, әлеге лә баяғы яман ҡулайлаштырыу сәйәсәте талаптары, урындағы халыҡты зар илатып, башланғыс мәктәпкә генә ҡалдырырға мәжбүр иткән. Уныһында ла өс класҡа (2-cе, 3-сө, 4-се класс уҡыусыларына), бер ниндәй ҡалыпҡа һыйырлыҡ булмаһа ла, бер уҡытыусы. Эшһеҙ ҡалған тиҫтәләгән дипломлы белгескә, донъя-ерен тарҡатып, эш һәм береһенән-береһе ваҡ балаларына лайыҡлы белем бирерҙәй урын эҙләп, таралыуҙан башҡа әмәл ҡалмаған. Бынамын тигән өр-яңы, заманса мәктәп бинаһы хәҙер ярым буш. Юл аша мәктәп ҡаршыһында өлкән класс уҡыусылары тарафынан (60-сы йылдар аҙағында, 70-се йылдар башында булһа кәрәк) бер рәткә теҙеп ултыртылған сағандар һуңғы тиҫтә йылда йәш быуынды һәм бөтөн ауылды һәләкәткә дусар иткән үтә лә сетерекле хәл-ваҡиғаларҙың өнһөҙ-тынһыҙ шаһитына әүерелгән. Кем белә, бәлки, уларҙың да, кешеләрҙеке кеүек, ауыл тамырына балта сабыуҙы үҙ олонон киҫеүҙәй кеүек ҡабул итеүҙән йөрәге һыҙлайҙыр...
Ҡасандыр һин дә мин йәшәп ятҡан ауыл бөгөн клубтан да мәхрүм. Һаҙҙар үҙҙәре әйтеүенсә, медпункт булмаһа ла, ярай әле, Мәҡсүттең, район үҙәгенең медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙамынан өҙмәй. Ҡарт-ҡороға социаль хеҙмәткәрҙәр күҙ-ҡолаҡ булып тора. Хәйер, ауыл ерендә ни, эсендә йәне булған һәр кем — ярҙамға мохтаждарға терәк-таяныс. Әйтәйек, берҙән-бер шәхси магазин хужалары Нәйлә менән Ильяс Мәжитовтар, ауылдаштарының хәленә кереп, бөтөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерәләр. Трактор-маҙары булғандар күрше-күләненең, туғандарының күңелен күреп йәшәй. Шулай бөтөн мир менән тормош ауырлығын еңергә тырышалар. Мәҡсүттә фермер хужалығын ҡороп ебәргән ауылдаштары Юлай Вафин төҙөткән күркәм мәсет тау итәгенән бөтә ауыл өҫтөнә нурын һибеп ултыра...
Ҡайһы берәүҙәр киләсәге өсөн борсолһа ла, бәғзеләрҙең күңелендә өмөт-ышаныс тойғоһо көслөрәк. Ауыл бөтмәйәсәк, сөнки, йәштәр тыуған ояларынан алыҫҡа китһә лә, хаҡлы ялға сыҡҡан яҡташтары араһынан кире ҡайтып, үҙ нигеҙен ҡорорға теләүселәр байтаҡ.
— Хоҙай беҙҙе үҙ балаларыбыҙҙы һөйөү бәхетенән мәхрүм итһә лә, ауылыбыҙҙа мәктәп ябылып, уҡыусыларҙың ун ике саҡрымда ятҡан Мәҡсүткә йөрөп белем алыуы шул тиклем эсте бошора. Берәй байрам булһа, шул балалар бөтә ауыл халҡын концерттары, төрлө саралары менән ҡыуандырыр ине. Иртәле-кисле уларҙың шаулашып мәктәпкә үтеүе, ҡайтыуҙары ла ауылыбыҙға йәм өҫтәй торғайны, — тип, күңелен өйкәгән уй-фекерҙәре менән уртаҡлашмайынса булдыра алманы 75 йәшлек Сәйҙә апай менән 82 йәшлек Әхмәҙулла ағай Насиповтар. – Йәш ғаиләләргә ауырға тура килде ошо мәктәптең ябылыуы, ә беҙгә, ҡарттарға, ауылда йәшәрлек мөмкинлек булдырылған: йорттарыбыҙға газ үткән, ихатабыҙҙа — ҡоҙоҡ, урамдарыбыҙҙа төнөн фонарҙар баҙлап тора, пенсияһын бирәләр. Шуға ҡәнәғәтлек кисереп, биргәндең бәрәкәте булһын тип, шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Гәзит-журналдарҙы ла күпләп алдырабыҙ, телевизорын ҡарайбыҙ. Ауылдаштарыбыҙ шул тиклем һәйбәт, итәғәтле. Мәктәпте генә ябып харап иттеләр...
Сәйҙә апай өс балаһын бер үҙе тәрбиәләгән, малын да аҫраған Владимир Осиповты, тырышып донъя көткән күмәк балалы фермер Ринат Мәжитовты, бишәр балалы ғаилә башлыҡтары Илшат Ҡорбанаевты, Вәхит Насиповты, өс балалы Алһыу менән Илһам Ҡорманаевтарҙы, Ирек Мәжитовты, Илдус Ишбирҙинды һәм башҡаларҙы өлгө кимәленә күтәреп маҡтаны.
— Патронат ғаилә, суррогат әсә кеүек күренештәрҙе хуплағансы, ил етәкселәре ошондай ғаиләләрҙең балалары интернатта түгел, ә үҙ ата-әсәһе ҡулында тәрбиәләнеүенә өҫтөнлөк бирһә ине лә бит...
Әңгәмәсемдең был һүҙҙәре хаҡ, әлбиттә. Бер — олоно, бер кесене тыңла, ти халыҡ. Тик күпте күргән, күпте кисергән быуын вәкиленең хәҡиҡәтен ишетеүселәр булырмы һуң?
Республикабыҙҙың һәр ауылындағы кеүек, биш йыл һайын үткәрелеп торған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», Шәжәрә байрамдары, Оло йәштәгеләр көнө, дини йолалар урындағы зыялылар (әлеге лә баяғы шул уҡытыусылар инде) тарафынан ентекле әҙерләнеп, бар халыҡты берләштергән матур, күркәм сараларға әүерелә. Иман йортонан ишетелгән аҙан тауышы ҡартының, йәшенең күңеленә үҙ сатҡыһын һала, уйланырға мәжбүр итә. Изге китабыбыҙ Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итеүселәр, аят, доға уҡыусылар яйлап арта, үлем-тыуым ваҡытында башҡарылған йолалар үҙләштерелә. Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсеүселәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙы элек-электән бөтөн ауыл халҡы тайпылышһыҙ үтәлә торған бурыс тип ҡабул иткән һәм был әле лә шулай. Ололарҙы олола, йәштәргә хөрмәт күрһәт, тигән тәрбиә алымы халыҡ араһында һаман да уңышлы файҙаланыла – быны Үрге Һаҙҙың өлкәндәре лә, йәштәре лә, балалары ла көндәлек тормошта матур эш-ғәмәлдәре, йәшәү рәүеше менән раҫлай.
— Ауылдаштарға, туғандарға рәхмәт инде — иғтибар-ярҙамдарынан һис ситтә ҡалдырмайҙар. Шуға ҡартлыҡ көндәребеҙ тыныс һәм имен. – Сәйҙә апайҙың ҙур ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ менән әйтелгән ошо һүҙҙәре үҙе ҙур баһа түгелме ни!?
Һәр ауылдың — үҙ йолаһы, холоҡ-фиғеле, үҙ энергетикаһы. Үрге Һаҙ урамдарынан үткәндә тын иркенлеге, уй-фекерҙәрҙең асыҡлығы, тән яҙылышы, хәрәкәт етеҙлеге йәшәү көсөнөң шул тиклем дә юғары нөктәлә булыуын күрһәтә. Был ауылдың ниндәй ерҙә урынлашыуына ғына түгел, унда йәшәгәндәрҙең изге уй, матур ғәмәл, татлы хыялдар менән һуғарылыуына ла бәйлелер. Ошоно раҫлап, Мәймүнә Мәжитованың ауыҙынан сыҡҡан «ауылда ишектәр йоҙаҡ күрмәй, сөнки беҙҙә уғрылыҡ — ят күренеш» тигән һүҙҙәре ҡолаҡҡа шул тиклем ятышлы яңғыраны. Күңеле асыҡтың ғына ишеге лә асыҡ булалыр.
Мәҡсүт менән Арҙат араһында Һаҙ йылғаһы аша һалынған күпер төбөндәге бер ағас китер юлымда ла, ҡайтҡанда ла иғтибарымдан ситтә ҡалманы: олоно һынып ергә йығылған булһа ла, тыуған тупраҡ һутынан, һауаһынан көс алған, нисек тә йәшәргә тырышҡан ботаҡтары бер ҙә бирешергә теләмәгән – күккә үрләгән. Үрге Һаҙ ауылы халҡын, ирекһеҙҙән, ошо ағасҡа тиңләнем: замана сәйәсәте олонона ғына түгел, тамырына балта сапһа ла, бирешмәҫкә, йәшәргә, көн итергә, ата-бабалары нигеҙен ҡоротмаҫҡа, һыуытмаҫҡа тырышалар.