Халыҡ әүҙем булһа, мәшәҡәттәр бер ни түгел15.05.2013
Халыҡ әүҙем булһа, мәшәҡәттәр бер ни түгелСәм тормоштоң йәмен табып йәшәгәндәрҙә генә була, тиҙәр. Рәсим Ғилметдинов менән Әсғәт Хәйретдиновтар тураһында ла ошолай әйтергә мөмкин. Ике дуҫ “оҙон аҡса” артынан ситкә сығып китмәгән, ә тыуған ауылында төпләнеп, уның киләсәген хәстәрләп ғүмер итә. Маҡсаттары – ауылда тәртип булһын, халыҡ етеш йәшәһен, берәү ҙә үҙен кәм-хур тоймаһын.

– Хужалыҡтың тарҡалыуын кемдәрҙер ныҡ ауыр кисерҙе, икенселәр киреһенсә нисек тә бирешмәҫкә тырышты, – тип башланы һүҙен Ҡолтай-Ҡаран ауылының старостаһы Рәсим Ғилметдинов. – Ысынлап та, артабан нимә эшләргә? Көрәш сығанағы – өмөт һәм ышаныс, тибеҙ. Киләһе көндәребеҙҙең аяҙ булыуын теләһәк, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Халыҡ миңә шундай ышаныс белдергәс, юғары бурыс йөкмәткәс, уларҙың һүҙен елгә осорғо килмәне.
Ауылдаштары араһында Рәсим Биктимер улының абруйы ҙур булғас, уға халыҡты ҡуҙғатыуы ҡыйын түгел. Өҫтәүенә, һине ярты һүҙҙән аңлаған иптәшең яныңда саҡта бар мәшәҡәттәр ҙә сүптәй тойола. Берләшкән көс тауҙы аҡтармай тип әйтеп ҡара! Уй-маҡсатыңды асып һал ғына, шунда уҡ күтәреп алырға әҙер торалар. Шишмәләрҙе кәртәләп алыу, йылға буйҙарын таҙартыу, зыяратты тәртиптә тотоу, сүп-сар түгеү урынын билдәләү, көтөүсе табыу, сабынлыҡ майҙаны бүлеп биреү һәм башҡалар — шуға асыҡ миҫал. Тәртип тупһанан башлана бит. Ҡыҫҡаһы, урам, йорт тирәһе, ихата ялтырап ята. Әйткәндәй, Ҡойобашы шишмәһенең һыуын эсеп кинәнә бөгөн ҡолтай-ҡарандар. Мал тапау арҡаһында ул тәүҙә бысранған, һуңынан инде бөтөнләй ҡороу сигенә еткән. Дөйөм көс Халыҡ әүҙем булһа, мәшәҡәттәр бер ни түгелменән уға икенсе һулыш биргәндәр.
Элекке колхоздың гаражы бер нисә йыл буш торған. Ағастары сереп емерелә башлағас, Рәсим менән Әсғәт һөйләшә лә, уны рәтләп ҡуя. Баҡсаға инеп “эш боҙған” йәки аҙып йөрөгән, өйгә ҡайтмай йонсотҡан быҙауҙарҙы төнгөлөккә бикләйҙәр унда.
Ауыл депутаты Әсғәт Хәйретдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында кешеләр бер-береһенә теләктәш, һәр кем эргә-тирәһенә иғтибарлы, күрше-күләненә ярҙамсыл. Ғаиләләге низағты көйләүҙе йәки үҙ-ара мөнәсәбәттәр асыҡлауҙы иҫләмәй ул. Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙе ярҙамдан өҙмәй, һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында хәстәрлек күрә.
Икеһе лә күп итеп мал аҫрай, умарта тота, “Беларусь” тракторы иһә күп эштәрҙе тиҙ башҡарыу өсөн уңайлы.
“Бесәнгә һәм утынға бай булған туғай халыҡтыҡы булһын, фермерҙар беҙҙең сабынлыҡҡа кермәһен ине”, – тигән үтенесен дә белдерҙе егеттәр.
Дим йылғаһына һыйынып тигәндәй урынлашҡан Ҡолтай-Ҡаран күркәмлеге менән күңелдәрҙе әсир итте, бигерәк тә олоһоноң да, кесеһенең дә ихласлығына һоҡландыҡ. Ҙур булмаған алтмыш йортлоҡ ауылда йөҙ тирәһе кеше йәшәй. Башланғыс мәктәп, медпункт һәм клуб бар, шәхси эшҡыуар магазин асҡан. Иң мөһиме — ауылым һәм ауылдаштарым тип янып йөрөүсе дәртле егеттәрҙең бәхетен тыуған төйәгендә табыуы яҡшы.


Вернуться назад