Ышаналар, шуға ла "күтәрҙеләр"15.05.2013
Иҡтисадыбыҙға ышаныс ҙур, башҡаларҙың баһаһы ла ошоно раҫлай. Мәҫәлән, Standard & Poor's халыҡ-ара рейтинг агентлығы Башҡортостан Республикаһының рейтингын "BBB-" (тотороҡло) кимәленә ҡәҙәр күтәрҙе.
Республиканың Финанс министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Standard & Poor's аналитиктары быйыл 22 мартта Башҡортостанда кредит рейтингы буйынса тейешле тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә белгестәр беҙҙең төбәк рейтингын "ВВ+" (ыңғай) "BBB-" (тотороҡло) кимәленә ҡәҙәр күтәрергә ҡарар иткән. Республика бурысының аҙ булыуы, етәкселек тарафынан сығымдар буйынса аҡыллы сәйәсәт алып барылыуы ошоға булышлыҡ иткән дә инде.
Нимәгә ишара һуң был баһа? Республика етәкселегенең сәйәсәте төбәк бюджеты сығымдарына артыҡ көс төшөрмәйәсәк һәм финанс күрһәткестәрҙе юғары кимәлдә һаҡларға булышлыҡ итәсәк, тип күрәҙәләй рейтинг агентлығы белгестәре. Әлбиттә, баһа инвесторҙар күҙлегендә лә беҙҙең абруйҙы бермә-бер арттырасаҡ.
Хәҙер Башҡортостан рейтинг баҫҡысында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтары кеүек Рәсәй Федерацияһының алдынғы төбәктәре менән бер рәттә тора.