Изге маҡсаттағы берләшеү14.05.2013
Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы 15 йыллығын билдәләй. Уның эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәр — баш ҡалала эшҡыуарлыҡты үҫтереү инфраструктураһын ойоштороуҙа, бизнесҡа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән федераль һәм республика ҡануниәтен булдырыуҙа ҡатнашыу, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау, шулай уҡ йүнселлеккә муниципаль ярҙам системаһын төҙөү.
Тиҫтә ярым йыл эсендә Союзға алты рәйес — Валерий Вәлиәхмәтов, Владимир Вишневский, Раил Ғәзизов, Азамат Сәғитов — идара иткән. 2004 йылдан быйылғы апрелгә тиклем эшлекле кешеләр ойошмаһын “Респект” хоҡуҡ компанияһының генераль директоры Ольга Одинокова етәкләне. Уҙған айҙа Өфө Эшҡыуарҙар союзының отчет йыйылышында яңы рәйес һайланды. Ул — “Прогресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Денис Киселев.
Йәмәғәт ойошмаһы баш ҡаланың тышҡы йөҙөн яҡшыртыуға, заманса инфраструктураны, туҡланыу һәм сауҙа индустрияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырырлыҡ һәләтле, көслө, дәртле кешеләрҙе берләштерә алды. Байтаҡ эшҡыуарҙар, хәйриә йолаларын дауам итеп, ҡала һәм республика әһәмиәтендәге сараларҙы финанслай, балалар йорттарына ярҙам күрһәтә.
29 майҙа “Новатор” мәҙәниәт һарайында Союз үҙенең 15 йыллығы айҡанлы тантана үткәрә. Юбилейға Өфөнән, республиканың башҡа ҡала һәм райондарынан эшҡыуарҙар, власть һәм идара итеү органдары, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла. Сара хаҡында ентеклерәк мәғлүмәтте www.spufa.ru сайтынан алырға мөмкин.