Иген һатыу отошлораҡ булһын ине11.05.2013
Иген һатыу отошлораҡ булһын инеФермерҙарҙың киләсәге бармы, улар илде туйҙыра аламы? Бөгөн был турала кемдәр генә уйланмай. Сәсеү башланған көндәрҙә ошо һорауға Дәүләкән тарафтарында яуап эҙләнек.

– Күптәрҙең ауыл хужалығына ҡарашы төптән үҙгәрҙе, – ти "Ғабдрахманов" крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ғаяз Ғабдрахманов. – Һаҡсыллыҡтың, хеҙмәтте тейешле баһалай белеүҙең, теүәллектең баһаһы артты. Минең өсөн иң беренсе мәсьәлә – эшсе көстәр табыу.
Хужалыҡта ҡырҡ кеше хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала, улар өсөн бүтән төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған.
Бынан ун йыл элек ойошторолған хужалыҡтың ауыл хужалығы ерҙәре тәүҙә мең ярым гектар ғына тәшкил иткән, әле – дүрт меңдән ашыу.Иген һатыу отошлораҡ булһын ине
Ғаяз Ғабдрахманов һөйләүенсә, йыл һайын ниндәй ҙә булһа яңы техника һатып алып тормайынса, агросәнәғәт комплексында бер ҡасан да алға китеш күҙәтелмәйәсәк. Һуңғы алты йыл эсендә автопаркты тотош яңыртҡандар. "МТЗ-82", "КС-310" тракторҙары, "СЗ-36", "Максим-2" сәсеү комплекстары, "Полесье-18" урып йыйыу комбайндары һәм башҡа "ҡорос ат"тар алынған.
Малсылыҡ йүнәлеше лә икенсе һулышын кисерә. Бында күп эш автоматлаштырылған, һөт үткәргес алынған. Трактор малға аҙыҡты ни бары бер сәғәттә тарата, элек иһә был эште бер нисә кеше башҡарған. Заманса ҡорамалдарға күсеү эҙмә-эҙлекле дауам итә.
Хужалыҡта сәсеү дәррәү башланды. Тырмаға төшөү менән бер рәттән, дым ҡаплау уңышлы башҡарылды, ужымды һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу дәррәү барҙы.
– Һөттөң хаҡы төшөүе һәм игендең арзан булыуы менән килешерлек түгел. Шул уҡ ваҡытта яғыулыҡ-майлау материалдары ҡыйбатланғандан-ҡыйбатлана. Был мәсьәлә беҙҙең өсөн ыңғай хәл ителһә ине, – тигән теләген белдерҙе фермер.


Вернуться назад