Йомарт ерҙең уңғандары03.05.2013
Йомарт ерҙең уңғандарыЛәйсән ямғыры игенселәрҙе ҡурҡытмай, киреһенсә, яңы эштәргә әйҙәй кеүек. “Шифаһы булыр, яңы ергә һалған орлоҡҡа бигерәк тә килешер”, — тип ҡыуана улар. Саҡмағош районының барлыҡ хужалыҡтары ла сәсеүгә төшкән. Дым ҡаплауҙа 109 агрегат ҡатнаша, 30 меңдән ашыу гектар майҙанда эш тамамланған да инде. Ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеүгә 83 агрегат йәлеп ителгән. Районға дүрт мең тоннаға яҡын минераль ашлама, тейешле күләмдә яғыулыҡ ҡайтарылған.

“Заря” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре өсөн дә ямғыр һис ҡамасау түгел. Ужым да яҡшы ҡышлаған. Баҫыуҙарҙы тырматыуҙы, ужым бойҙайын, күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашлама менән туҡландырыуҙы тамамлап, бойҙай сәсергә төшкәндәр. Быйыл улар мул уңышҡа өмөт итә. Иген культураларынан тыш, борсаҡ, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруз, рапс үҫтерәсәктәр.
Йомарт ерҙең уңғандарыХужалыҡ рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәбир Ғилемханов техникаһын, орлоҡто хужаларса әҙерләгән, һәр участкала хеҙмәтте ентекле уйлап ойошторған. Әйткәндәй, техника паркы бында йыл һайын тиерлек яңыһы менән байытылып тора. Мәҫәлән, былтыр 20 миллион һумлыҡ сәсеү комплексы һатып алғандар.
– Хеҙмәт кешеһенә һоҡланмау мөмкин түгел, мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлап, әле һабанға төштөләр. Улар — ысын мәғәнәһендә ер кешеһе, ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, – ти хужалыҡ рәйесе.
Һабанда ололар менән бер рәттән йәштәрҙең дә күренеүе — ҡыуаныслы хәл, тимәк, алмаш бар тигән һүҙ. Механизаторҙар Мират Ҡазыханов, Мәсғүт Зыяҡаев көнө-төнө баҫыуҙан ҡайтып инмәй. Флүс Вәкилев, Рафаэль Шәймөхәмәтов, Азат Вәкилев, Рөстәм Кәбиров, Фәнис Ғафаров һәм башҡалар ҙа һәр аяҙ сәғәттең ҡәҙерен белергә тырыша.


Вернуться назад