Баҫыуҙарҙа эш ҡыҙа24.04.2013
Башҡортостанда аграрийҙар бер тәүлек эсендә 63 мең гектар майҙанда дым ҡаплаған, был күҙалланған эш күләменең 5 процентын тәшкил итә.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, эш башланған мәлдән алып 93 мең гектар ер тырматылған. 23 мең гектарҙа ужым культураһына минераль ашлама индерелгән. Ужым менән бер рәттән күп йыллыҡ үләндәр ҙә туҡландырыла. Яҙғы баҫыу эштәре башланғандан алып 62 мең гектар майҙандағы күп йыллыҡ үлән тырматылған, 21 мең гектарға ашлама индерелгән.
Башҡортостандың ун районында сәсеүгә төштөләр. Әле нигеҙҙә бойҙай һәм һоло, Благовар районының ҡайһы бер баҫыуҙарында шәкәр сөгөлдөрө сәселә.


Вернуться назад