Республиканың туғыҙ районында аграрийҙар баҫыуҙа дым ҡаплауға, йәғни ерҙе тырматыуға төштө.
Был эш әле Әлшәй, Баймаҡ, Благовар, Бүздәк, Дыуан, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Өфө райондарында алып барыла. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2000 гектар майҙанда тырматыу тамамланған. Бөтәһе 1,140 миллион гектар ерҙә дым ҡаплау бурысы тора.
Шулай уҡ Балтас, Ейәнсура, Ишембай, Краснокама, Күгәрсен, Мәләүез, Саҡмағош һәм Көйөргәҙе райондарының айырым хужалыҡтарында ужым культураларын ашлауға тотонғандар. Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2,8 мең гектар сәсеүлеккә азот ашламалары индерелгән, 3,2 мең гектар ерҙә күп йыллыҡ үләндәр туҡландырылған.