“Матур заманда йәшәгәнбеҙ икән...”18.04.2013
Тау менән тау ғына осрашмай, әҙәм балалары иһә үҙҙәре лә көтмәгәндә һәм төптө уйламаған ерҙә күрешә. Ҡужабаҡ ауылы старостаһының өйөн эҙләп барып, инде тиҫтә йыл тирәһе күрмәгән хеҙмәттәшемде нәҡ ошонда осратырмын тип кем уйлаған инде. Ишекте асып инеүемә төпкө бүлмәнән сығып килгән ҡатындың таныш йөҙөн күреп, көтөлмәгәнлектән бер аҙ ҡаушап ҡалдым.

Насиптан булмай ҡасып

— Бәй, Факиһа апай...
— Аһ-аһ, ниндәй елдәр ташланы үҙеңде был яҡтарға? Әйҙүк, түрҙән уҙ. – Ишектә минең пәйҙә булыуыма шулай уҡ бер аҙ аптыраған Факиһа апайҙың ауыҙы йырылып, күҙҙәре йәш саҡтағыса осҡонланып китте. – Беҙҙең күрешмәгәнгә байтаҡ йыл бит инде. Ҡарасәле, күҙ ҡабағым тарта ине, һине күрергә насип булған икән. Әйҙә, өҫтөңдө һал, түргә уҙ.
Сөкөрләшеп, үткәндәрҙе иҫкә алабыҙ. Шатлығы эсенә һыймаған хужабикә йүгереп йөрөп сәй табыны әҙерләй.
— Бабай, был һеңленең ире Кәрим — мине эшкә өйрәткән кеше. Бынан ҡырҡ йыл элек, уҙған быуаттың 70-се йылдарында, ул мәктәпте тамамлап, район гәзите типографияһында гәзит баҫыу эшен ныҡлап үҙләштергән йәп-йәш егет ине. Бигерәк талапсан булғанлыҡтан, ҡурҡып тора торғайным үҙенән. Мине өйрәтеп кенә бөткәйне, үҙен әрмегә алды ла киттеләр. Өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тағы ла шул эшенә килде. Нисәмә йыл гәзит тип янып-көйөп эшләнек беҙ бергәләп, — тип Факиһа апай тәмле-татлы уртаҡ хәтирәләргә төшөп китте. – Элек ни, гәзит эше бигерәк ауыр булды бит. Хәрефте ҡул менән йыйҙылар. Аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡан баҫмаға район халҡы шул тиклем дәррәү яҙыла торғайны. Ике көн буйы бөртөкләп йыйылған гәзиттең ауыр оттискыларын станокка йәтешләп урынлаштырып, ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп нығытып бороп, төндәр буйы аяғөҫтө тороп баҫа торғайныҡ. Өйгә, ғаиләңә таңға ғына ҡайтып инәһең. Нисәшәр сәғәт буйы бер рәүештә генә торғанлыҡтан, аяҡҡа көс төшә. Иртә менән ҡайтып инеп, типография майы һеңгән кейемдәрҙе һалып ырғытаһың да мәктәпкә барыр балаларыңа аш әҙерләй башлайһың... Ҡуй инде, иң матур йәш саҡтар шул ҡараңғы типография цехында үтте. Яңы бинаға күсеп, хәрефтәрҙе линотип машинаһында йыя башлағас, мин дә ошо эште үҙләштерергә тырыштым. Ни тиһәң дә, яңы һөнәр, аяғөҫтө лә тормайһың. Эйе, шөғөлөбөҙ еңелдән булманы, шулай ҙа матур заманда йәшәгәнбеҙ икән, үтә лә һағындыра ул саҡтар...
Эйе, Факиһа апайҙың эше генә түгел, тормошо ла ауыр булды. Өс баланы яңғыҙ аяҡҡа баҫтырыуы рәхәт инеме ни уға?! Улдары менән ҡыҙын уҡытайым, кеше итәйем тип, бер юлы ике эш алып барған саҡтары ла аҙ булманы. Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡатын-ҡыҙмын тип торманы, төндәрен типографияны ҡарауыллауҙан да баш тартманы.
— Шөкөр, ауыр саҡтар артта ҡалды инде. Балаларым үҫеп етте, хәҙер һәр береһенең ғаиләһе, үҙ ояһы бар. Бәләкәстәре менән беҙгә йыш килеп торалар. Бабайым, үҙ аталары булмаһа ла, уларҙы яҡын күрә. Ҡосаҡ йәйеп ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Ейән-ейәнсәрҙәрем яратып уны ҡартай тип кенә тора. Ҡайһы берәүҙәр үҙ атайҙарынан да ундай хөрмәт күрмәй, ә Мансур ағайың минең балаларыма рухи ғына түгел, матди яҡтан да ярҙам итә. Йәшлегемдә еңел йәшәлмәһә лә, шөкөр инде, ҡартлыҡҡа еткән көнөмдә ир бәхете татыным. Инде алты йыл бына бергәбеҙ. Их, тырышып донъя көтөрлөк ирем, үҙ йортом, баҡсам, машинам булһын ине, тип хыяллана торғайным гел.
— Ә Мансур ағай менән электән таныш инегеҙме? – тип һорамайынса булдыра алманым апайҙан.
— Ю-у-уҡ, ғүмерҙә күргән-белгән кешем түгел ине. Димләнеләр мине уға. Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан инем, риза булдым да ҡуйҙым. Насибым ул булған, күрәһең. Шөкөр, татыу йәшәп алдыҡ та киттек.
— Ниңә һиңә әбей тип өндәшә? Ҡыҙҙарға алыштырғыһыҙ бит әле һин, Факиһа апай. Йөҙөңдә бер йыйырсыҡ та юҡ, бит остарың, күҙҙәрең йәштәрҙеке кеүек янып тора...
— Әлләсе, баштан уҡ бер-беребеҙгә әбей, бабай тип алдыҡ та киттек. Вафат булған ҡатынының туғандары уны тәүгә таныштырырға алып килгәйне, мине күреүе булды, уй, йәш бит, тип типографиянан йүгереп сыҡты ла китте, — тип көлдөрөп алды хужабикә, бабайына наҙлы ҡараш ташлап. – Әллә ни йәш тә түгелмен инде — арабыҙ ун йыл ғына...

Ауылға береккән уҙаман

Мансур ағай — ауыл аҡһаҡалдарының береһе. 1939 йылғы ул. Тыумышы менән инде күптән бөткән Ҡарабәрҙе ауылынан. Ғүмере буйы туған совхозында тәүҙә электрик, аҙаҡ келәт мөдире булып эшләгән. Ауылдағы тормош-көнкүреште яҡшы белә. Өс йыл элек ауыл старостаһы итеп һайлағандар. Алдынғы ҡарашлы, әүҙем ағай һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын да башҡара, шуға ла ауылында нисә кеше йәшәүен, күпмеһе һайлау йәшендә булыуын, балалар һанын иҫендә тота.
Ҡужабаҡ бигүк төшөп ҡалғандарҙан түгел. 195 кеше донъя көткән ауылда башланғыс мәктәп, медпункт, клуб эшләй. Халыҡтың һорауы буйынса һәм тырышлығы менән мәсет тә төҙөп ултыртҡандар – был мәсьәлә артынан Мансур ағайға күп йөрөргә тура килгән.
— Йыйын һайын ауылдаштарым, мәсет төҙөйөк тә мәсет төҙөйөк, тип һорай, — тип һөйләп алып китте ул. — Ундай изге ихтыяж булғас, тотонайым әле ошо эшкә тип, өй һайын йөрөп аҡса йыйҙыҡ та башлап та ебәрҙек. Стеналарын күтәреүҙә, түшәм-иҙәнен, ҡыйығын ябыуҙа күптәр ярҙам итте, шулай ҙа ауылдың өлкән йәштәге кешеләре Ғәфүр Ғәниевтең, Зиннур Мәсәғүтовтың, ситкә китеп, иретеп йәбештереүсе булып эшләп йөрөгән Нәғим Яубаҫаровтың һәм башҡаларҙың тырышлығын айырым билдәләргә кәрәктер. Ауыл хакимиәте, "Ергән" МТС-ының Инәк участкаһы етәкселеге яғынан да аҡсалата ярҙам күрһәтелде. Һәр кем ҡулынан килгәнен башҡарҙы. Ир-егеттәр берәр, өсәр-бишәр көн ярҙамлашты. Былтыр өй һайын меңәр һум аҡса йыйып, манараһын да эшләп ҡуйҙыҡ. Тик бына һаман да йылылыҡ үткәртә алмайбыҙ — объект баланста тормай тип, ауыл хакимиәте был артыҡ сығымды үҙ өҫтөнә алыуҙан ҡурҡа.
Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында, Оло йәштәгеләр көнөндә халыҡтың иман йортона йыйылыуы матур йолаға әйләнеп бара. Берәй йүне сығып, ғибәҙәтхананы яҡтыртыу, йылытыу мәсьәләһе хәл ителеп, указлы мулла ла тапһалар, унан кешеләрҙең өҙөлмәҫе көн кеүек асыҡ.
"Инәк" совхозының өсөнсө бүлексәһе булған Ҡужабаҡта заманында көслө генә һөтсөлөк фермаһы эшләне, алдынғы малсылары, һауынсылары райондың Почет таҡтаһынан төшмәне. Бай ғына машина-техника паркы, бөтә районға, республикаға дан алған алдынғы механизаторҙары, комбайнсылары булды. Әле МТП-ның исеме генә ҡалған. Ә ана бөтәм-бына бөтәм тип торған һөтсөлөк фермаһы, ҡужабаҡтарҙың бәхетенә, “500 ферма” программаһына эләккән — әле мал һарайҙары заманға ярашлы үҙгәртеп ҡоролоп, яңынан һулыш ала башланы. Унда дүрт һауынсы, ике малсы, яңы тыуған быҙауҙарҙы бағыусы ике хеҙмәткәр, йәш малды ҡараусы алты кеше, бер тракторсы өсөн эш урыны барлыҡҡа килде. Барыһы ла шулай ыңғай ғына барһа, эш урындары, моғайын, тағы ла артыр.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ауылда имен булмаған ғаиләләр йәки ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттар юҡ. Әҙерәк “төшөрөп алырға” яратҡандарға Яңы Себенле ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл старостаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, уҡытыусылар бер булып тәрбиә бирә, аңлатыу эше алып бара.
— Күҙ теймәһен, беҙҙә эсеп, эш боҙоусылар юҡ. Һәр кем донъя көтөргә тырыша. Ике-өс һыйыр, башмаҡ, ваҡ мал аҫраусылар күп. Ферманың тергеҙелеүе ауылдың киләсәге өсөн бигерәк тә яҡшы. Эш булһа, йәштәр ҙә китмәйәсәк, балалар ҙа буласаҡ. Тимәк, мәктәп тә, башҡа социаль объекттар ҙа эшләйәсәк, — тип ауыл старостаһы төбәгенең, ауылдаштарының яҙмышы хаҡында фекерҙәрен йәшерә алманы.


Вернуться назад