Егәрлеләр ең һыҙғана17.04.2013
Егәрлеләр ең һыҙғана"Нива" ауыл хужалығы етештереү кооперативының оҫтаханаһына сәғәт ике тулыр-тулмаҫтан аяҡ баҫтыҡ. Төш мәле булғас, күбеһе өйөндәлер, тип уйлағайныҡ. Ләкин тышта ла, гаражда ла ир-егеттең "тимер ат"тар янында өйөрөлөүен күргәс, эскә йылы йүгерҙе: тимәк, беҙгә кәрәкле кешеләр урынында. Ысынлап та, ҡыҙған мәлгә тура килдек: кемдер капот эсенә "сумған", икенселәр тәгәрмәс йүнәтә, бүтәндәр деталдәрҙе майлау менән мәшғүл – ҡыҫҡаһы, бөтә көс техниканы сәсеүгә әҙерләүгә йүнәлтелгән. Ҡултығына папка ҡыҫтырғаны хужалыҡ рәйесе Александр Петров икән.

– Кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү – бөгөн көнүҙәк бурыстарҙың береһе, – тип һөйләй Александр Федорович. – Был мәсьәләгә шул тиклем һаҡ ҡарайбыҙ. Тота Егәрлеләр ең һыҙғанакилеп урамға сығарып ебәреп булмай ҙа инде. Ауылдың тотҡаһы улар бит. Барыһы ла кәрәк беҙгә, кемде генә алма, һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, белгес.
Кооперативты Кәкән-Васильевка һәм Кесе Гәйнә бригадалары хасил итә, бынан тыш, унда Чайка, Алексеевка, Кожай-Семеновка һәм Туйыш ауылдары халҡы ла ситтә ҡалмай. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем эшләүселәр һаны 120-нән аша. Тир түккәнең ни тиклем емешле икән, бүтәндәр алдында хөрмәтең дә шул хәтлем ҙур буласаҡ, тиҙәр. Быны “нива”лар күптән аңлаған. Хәйер, егәрлеләрҙең иңенә ҡанат ҡуя белә етәкселек. Йыл һайын ауыл хужалығы байрамында иң-иңдәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
Александр Петров белдереүенсә, беренсенән, һәр кемдә эшкә ҡарата дәрт уятыу өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур, икенсенән, машина-тракторҙарҙың яңы һәм төҙөк булыуы төп шарт. Автопаркты яңыртып тороу ҙа – етәкселектең мөһим бурысы. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда ғына өсәр урып йыйыу комбайны һәм тағылма агрегаттары менән бергә ике "Беларусь" алғандар.
Кооперативтың ауыл хужалығы ерҙәре 5200 гектарҙан ашыу майҙанды тәшкил итә, шуның өстән ике өлөшө тирәһе – һөрөнтө ерҙәр. Хужалыҡ етәксеһе ужым бойҙайына ҙур өмөт бағлай. Ғәҙәттәгесә, иген культуралары ла күп сәселәсәк.


Вернуться назад