Һыйырҙы "миксер" ашата09.04.2013
"Әй" ауыл хужалығы етештереү кооперативының һөтсөлөк фермаһы ҙур үҙгәреш кисерҙе. Былтыр бында ике мал аҙбары үҙгәртеп ҡоролдо, хәҙер уларҙы танымаҫһың да! Малсылыҡ буйынса төбәк семинарында ҡатнашыусыларҙың, ошо фермала булып, йүкәлекүлдәрҙең хеҙмәтенә юғары баһа биреүе юҡҡа түгел.

Ҡәнәғәтләнерлек тә шул эштәре. Малсылар күптән хыялланған хеҙмәт урындарын, ниһайәт, ғәмәлдә күрҙе. Мал аҙбары яҡты, таҙа һәм уңайлы тиеү генә аҙ, заманса елләткес бар, хәҙер һыйырҙарға һалҡын тейҙереү хәүефе лә юҡ. Аҙыҡты уларға "миксер" ҡоролмаһы өләшә. Ошо уҡ агрегат трактор арбаһында килеш аҙыҡты турай, рецепт буйынса фураж өҫтәй. Һөт тура һыуытҡысҡа килә, һөҙөмтәлә сифатын юғалтмай. Һауыу аппараттарын элеккесә ҡул менән йыуып мәшәҡәтләнмәйҙәр, был эш тә заманса ҡорамалдарға тапшырылған. Һауынсылар көнкүреш бүлмәһендә ял итә, сәй эсә, телевизор ҡарай ала. Ҡыҫҡаһы, тыуҙырылған шарттар Европалағынан һис ҡалышмай.
Барлыҡ ыңғай үҙгәрештәргә "500 ферма" республика маҡсатлы программаһы ярҙамында өлгәшелде. Төньяҡ-көнсығыш төбәктә "Әй" ауыл хужалығы кооперативы уға тәүгеләрҙән булып ҡушылғайны. Бер йылдан да кәмерәк ваҡытта ғәйәт ҙур эш атҡарылды — ике мал аҙбары бөтөнләй яңы төҫ алды. Әлбиттә, билдәләнгән эштәрҙе башҡарыу өсөн тотонолған аҡса күләме лә аҙ түгел, 24 миллион һумға төшкән. Шулай ҙа уның яртыһы субсидия рәүешендә кире ҡайтарылды. 80 баш ҡара-сыбар тоҡомло мал, ҡорамалдар һатып алынды. Ғөмүмән, нимә булдырырға уйлаһалар, шуға өлгәштеләр. Биналарҙың иҙәне тулыһынса яңыртылды, ҡыйыҡтар йүнәтелде, ишектәр алмаштырылды, һөт блогы төҙөлдө, аҙыҡ таратҡысҡа, һөт һыуытҡысҡа эйә булдылар.
Хәҙер быҙау аҙбарын яңыртаһы бар. Бында ла эш башланған, ниәт ителгәндең бөтәһе лә тормошҡа ашһа, бина заман талаптарына яуап бирәсәк.
"Әй" һауын һыйырҙарын ике тапҡырға арттырмаҡсы. Мал аҙығына килгәндә, эҫкерттәр, бесән һәм һалам ферманан алыҫ түгел урында тупланған. Үткән йәйҙең ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, шартлы бер баш малға 21,9 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Иген фуражы ла бар.
Һөтсөлөк фермаһы коллективы берҙәм. Эш хаҡын үҙ ваҡытында алғас, күңелдәре лә күтәренке. "Әй"ҙең былтырғы йомғаҡтары насар булманы: малдарҙың продуктлылығы күтәрелде, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 3570 килограмға етте. Хәҙер, ферма яңыртылғас, малсылыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү күпкә еңелерәк.
"500 ферма" программаһы ауыл хужалығын табышлы тармаҡҡа әүерелдереү маҡсатында булдырылғайны. Һөҙөмтәһе — күҙ алдында.


Вернуться назад