Урланғанды ла урлап була икән... беҙгә Кипрҙағы көрсөктөң еле тейерме?05.04.2013
Кипрҙағы хәлдәр байтаҡ ватандашыбыҙҙы һиҫкәндерҙе: беҙҙең банктар менән дә шундай уҡ бәлә башланмаҫмы? Йылдар дауамында йыйған һаҡламдарынан 1998 йылда күҙ асып йомған арала ҡолаҡ ҡаҡҡанын күптәр һаман онотмаған әле. 2008 йылғы көрсөк тә уйланырға мәжбүр итте. Шуға ла түрә-ҡара был юлы халыҡты алдан тынысландырырға ашыҡты: баҡһаң, беҙгә бер ниндәй хәүеф янамай икән. Әммә был ысынбарлыҡҡа тура киләме һуң?
Теоретик йәһәттән уйлап ҡараһаң, бәләкәй генә утрауҙа урынлашҡан дәүләттең Рәсәй кеүек ҡеүәтле ил иҡтисадына ниндәй йоғонтоһо булыуы мөмкин? Ләкин бик ихтимал икән шул. Был утрауҙағы көрсөк күп мәсьәләгә күҙебеҙҙе асты, тиһәк тә хата булмаҫ. Шуныһын төшөндөк: Кипрҙа урланғанды урлағандар икән дә баһа! Быны хатта Премьер-министр Дмитрий Медведев та танырға мәжбүр булды.
Оффшорҙарҙың иҫ китмәле зыяны тураһында ил етәкселеге лә, ябай иҡтисадсылар ҙа күптән ҡолаҡ итен ашай ине халыҡтың. Табыштарын шунда йүнәлткән ҙур предприятиелар хужалары ғәйебе менән ҡаҙна аҡсаһыҙ ҡалып, ауыл мәктәптәрен ябырға мәжбүр булыуҙары тураһында ла зарланғандары булды. Хатта сереп байыған ҡайһы бер чиновниктар ҙа мөлкәтен шунда йәшергән булған. Һандар ҡотто алырлыҡ: Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ғына Рәсәйҙән 60 миллиард долларға яҡын аҡса "сығып осҡан". Быны Үҙәк банк рәйесе Сергей Игнатьев "бик яҡшы ойошҡан енәйәтсел төркөмдөң эше" тип атаны. Быйыл иһә Кипрҙағы көрсөк арҡаһында юғалтыуҙар бер нисә тапҡырға ҙурыраҡ булыуы ихтимал икән.
Таяҡ ике башлы шул: утрауҙа көрсөк башланғайны, хатта беҙҙең ҡайһы бер ҡеүәтле дәүләт предприятиеларының да оффшорҙар аша эшләүе мәғлүм булды. Баҡһаң, "Газпром", "ВТБ" кеүек компаниялар һәм уларҙың бүлендек фирмалары ла Кипрҙы үҙ итеп өлгөргән. Ә олигархтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел: Дәүләт Думаһы депутаты Иван Никитчук белдереүенсә, миллиардерҙар Роман Абрамович, Алишер Усманов, Алексей Мордашов, Олег Дерипаска, Владимир Потанин һәм башҡалар ҡулындағы ҙур предприятиелар күптән ошо утрауға байлыҡ оҙата. Уныңса, быуаттар дауамында халыҡтың хәләл көсө менән тупланған дәүләт милкенең 90 проценты бөгөн сит илдәрҙә теркәлгән. Йәғни Рәсәй ҡаҙнаһын тулыландырырға тейешле аҡса ошо оффшорҙа эҙһеҙ юғалып тора. Иктисадсылар иҫәпләүенсә, 20 йыл дауамында беҙҙең илдән яҡынса 2 триллион доллар аҡса сығарылған, шул иҫәптән 2008 йылда ғына был һан 200 миллиард долларға еткән! Әлбиттә, быларҙың барыһын да "йүнсел"дәр оффшорҙар ярҙамында башҡарған. Шунан һуң ябай эшҡыуарға страховка иғәнәһен нисек арттырмайһың инде – ҡайҙандыр аҡса табып, хаҡлы ялдағыларға пенсия түләргә кәрәк бит!
Әйткәндәй, Кипр банктарында һаҡланған аҡсаның 18 миллиард евроһы – рәсәйҙәрҙеке, ти белгестәр. Утрау етәкселеге көрсөк арҡаһында вкладтарҙан өҫтәмә һалым алырға ҡарар иткәс (иҫәбендә 100 мең евронан ашыу ятҡандар аҡсаһының 80 процентын юғалтыуы ихтимал), кемдәрҙең нығыраҡ зыян күрәсәге билдәле. Шулай уҡ һуңғы мәлдә был утрау үҙенә күрә бер иҫәп-хисап үҙәгенә әйләнгәйне: сит ил инвестициялары ла, Рәсәйҙән сығарылған аҡса ла нигеҙҙә ошо ил аша үтте (финанс сығымдарын кәметеү ниәтендә). Хәҙер юл ябылғас, Рәсәйҙең ҙур-ҙур предприятиелары ла бынан зыян күрәсәк – ошо хәүефләндермәй ҡалмай. Шуға ла бәләкәй генә утрауҙа башланған көрсөктөң беҙҙең ил етәкселегендә ни өсөн шул тиклем ҙур борсолоу тыуҙырыуына хәҙер асыҡ төшөнөргә була.
Вице-премьер Игорь Шувалов Кипрҙа аҡсаһын юғалтҡандарға ярҙам булмаясағын белдерҙе. Әммә дәүләт компанияларының юғалтыуҙары булһа, Хөкүмәт һәр хәлде айырым тикшерергә әҙер икән. Йәғни тағы ла ябай һалым түләүселәр уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш буласаҡ! Белгестәр фекеренсә, был юғалтыуҙар йылына миллион долларлап хеҙмәт хаҡы алған топ-менеджерҙар иҫәбенә башҡарылырға тейеш. Икмәктәрен бушҡа ашамаһындар әле!
Кипрҙағы хәл ил етәкселеген тағы ла шуға һиҫкәндерҙе: Рәсәйҙең милли фондтары аҡсаһы сит илдәрҙең ҡиммәтле ҡағыҙҙарында һаҡлана. Әгәр уларҙы ла беҙҙән тартып ала башлаһалар (насар өлгө тиҙ йоғоусан), юғалтыуҙарҙың 200 миллиард долларҙан ашыу тәшкил итеүе бар бит! Был мәлдә ни эшләрбеҙ икән?
Әйткәндәй...
Оффшор – ысын мәғәнәһендә законлаштырылған алдау ысулы. Уларҙың эшмәкәрлеге, нигеҙҙә, шунан ғибәрәт: Рәсәйҙәге предприятие етештергән тауарын (нефть, металл, ағас һәм башҡа) оффшорҙа теркәлгән компанияға бик түбән хаҡҡа һата, уныһы иһә (предприятиеға ла, компанияға ла – бер хужа) тауарҙы ҡулланыусыға баҙар хаҡына ебәрә. Һөҙөмтәлә төп килем оффшорҙағы иҫәптә тороп ҡала. Шулай уҡ хужа предприятиеһын оффшорҙағы компания иҫәбенә күсерә ала – һөҙөмтәлә Рәсәй ҡаҙнаһына түләнергә тейешле һалымдың байтаҡ өлөшө үҙенең кеҫәһенә "ултыра".
Кипрҙың өҫтөнлөгө – был илдә теркәлеп, эшмәкәрлеген унан ситтә алып барған компаниялар урындағы ҡаҙнаға бөтөнләй һалым түләмәй тиерлек. Шулай уҡ ул Рәсәйҙә рәсми оффшорҙар исемлегенән алынған, тимәк, дәғүәләр өсөн дә нигеҙ бөтөнләй юҡ.
эксперт фекере
Илдар ҒӘБИТОВ, иҡтисадсы:
– Кипрҙағы банк тармағының көрсөгө – донъялағы финанс системаһы етешһеҙлегенең бер өлгөһө генә. Уға ҡәҙәр ошондай уҡ хәл Исландияла һәм Ирландияла теркәлгәйне. Илдәге аҡсаның күләме етештерелгән эске тулайым продукттан күпкә артып китеүе ошондай "ҡыуыҡ"тарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә лә инде. Кипрҙа иһә ул 8 — 10 тапҡырға ҙурыраҡ булған!
Әммә ҡатмарлы хәл бер бында ғына күҙәтелмәй. Шуға ла ошондай "махсус ҡабартылған ҡыуыҡтар" донъяның теге йәки был өлөшөндә "шартлап" торасаҡ әле. Уларҙың шауҡымы, һис шикһеҙ, беҙгә лә ҡағылыуы бар, әммә иҫәбеңдә аҡса ятмаһа, хәүефләнергә урын юҡ. Бөгөн халыҡтың күп өлөшө, киреһенсә, кредитҡа йәшәй бит.