Маҡсаттар билдәле, бурыстар аныҡ04.04.2013
Техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү былтыр көҙҙән үк башланғайны. Күп хужалыҡтар, урып йыйыу тамамланғас та, тағылма инвентарҙы йүнәтеүгә тотоноп, уны йыл аҙағынаса теүәлләп тә ҡуйҙы.
Районда сәсеүҙә ҡатнашасаҡ 193 тракторҙың 153-ө төҙөк. Ҡалғандары, ер эшкәртеү агрегаттары кеүек үк, апрель башына әҙерлек һыҙығына ҡуйыласаҡ. Ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Илүс Хәйбрахманов әйтеүенсә, “Алға” һәм “Мир” ауыл хужалығы кооперативтарында, “Восход” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ремонт эштәре тамамланған. Улар яҙғы сәсеү өсөн техниканы көйләй, агрегаттарҙы комплектлай.
— Техника паркын яңыртыу буйынса ла районда эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Хөкүмәт ҡабул иткән махсус программаға ярашлы, үҙебеҙҙә эшләнгән техниканы алған хужалыҡтарға 40 процент күләмендә субсидия бирелә.
— Тап шундай шарттарҙа былтыр 72 миллион һумға 59 берәмек техника, шул иҫәптән 17 трактор һәм биш иген комбайны алдыҡ, — тине Илүс Хәтип улы. — Быйыл хужалыҡтарға тағы ла биш комбайн һәм 12 трактор килтереләсәк. Һөҙөмтәлә яҙғы баҫыу эштәрен үҙ ваҡытында теүәлләргә иҫәп тотабыҙ.
Белгестәр иҫәпләүенсә, районда 52 мең гектар һөрөнтө ер бар, һәр тракторға уртаса 233 гектар тура килә. Яҙ 2142 гектарҙа дым ҡаплатыу ҡаралған. Бының өсөн хужалыҡтарҙың 63 агрегаты баҫыуға сығасаҡ. Ерҙе йомшартыуҙа — 51, иген сәсеүҙә 43 агрегат эшләйәсәк. Механизаторҙар барлыҡ сәсеү эштәрен 15-17 көндә тамамларға ниәтләй.