Ниәт иткән — булдырған03.04.2013
Ниәт иткән — булдырғанБерәүҙәр заман ауырлығына зарлана, икенселәр байлыҡтың, муллыҡтың күктән төшөрөнә өмөт бағлай, өсөнсөләр, бөтөнөһөнән төңөлөп, көндәлек мәшәҡәттәргә ҡул һелтәп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, ә кемдәрҙер, йырҙағыса “был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер” тигәндәй, ал-ял белмәй эшләй ҙә эшләй, “булыр, булдырам барыбер” тип йәшәй һәм маҡсатына өлгәшә.

Райондың ифрат йәмле төбәгендә — бормаланып аҡҡан Минеште йылғаһы буйында — урынлашҡан Иҫәнбай ауылында көн итеүсе Азамат Бәҙретдинов тап шундай тормош рәүешен һайлаған. Төп һөнәре буйынса — умартасы, Өфө районының Михайловка ҡасабаһындағы 83-сө ауыл һөнәрселек-техник училищеһын тамамлаған. Бер нисә йыл Алыҫ Себерҙә эшләп ҡараған, әммә ауыл егетенең күңеле сит-ят тарафты үҙһенмәгән, шуға ла ул тыуып үҫкән төйәгенә кире әйләнеп ҡайтҡан.
Артабан ниндәй шөғөлгә тотоноу хаҡында ныҡлап, һәр яҡлап уйлана торғас, крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәп, эш башларға тәүәккәлләгән. Шул саҡтан алып, ике йылдан ашыу инде, күпләп һарыҡ аҫрай. Эшен ауылдаштарынан һатып алған бер нисә тиҫтә бәрәндән башлаған. Артабан ошо уҡ райондың Төпәй ауылында байтаҡтан уңышлы эшләп килгән “Алмаш” крәҫтиән (фермер) хужалығынан тағы 30 һарыҡ һатып алған. Бөгөн Азамат Рәғиб улының 220 баш ваҡ малы бар. “Итен дә, йөнөн дә йәрминкәләрҙә һатабыҙ”, — ти ул.
Фермер — ауыл эшҡыуары. Ә шәхси бизнес ҡайҙа ла еңел түгел. Шөкөр, Азамат Бәҙретдиновтың ышаныслы таяныстары бар. Ҡатыны Светлана иренең һәр Ниәт иткән — булдырғанбашланғысын хуплап ҡына тора. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, агроном һөнәренә эйә булып, Иҫәнбайға ҡайтҡан бер туған ҡустыһы Алмас та — “уң ҡулы”. Төп кәңәшсеһе — атаһы. Әйткәндәй, Рәғиб Бәҙретдинов — республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең агросәнәғәт тармағында киң билдәле шәхес. Ул утыҙ йылдан ашыу комбайнсы булып эшләгән, “Хеҙмәт даны” орденының тулы кавалеры. Крәҫтиән хеҙмәтенең михнәтен дә, рәхәтен дә тәрәндән аңлау улдарына, моғайын, атайҙарынан күскәндер.
Яңыраҡ Азамат Бәҙретдиновтың крәҫтиән (фермер) хужалығына 900 мең һум күләмендә дәүләт гранты бирелгән. Был аҡсаға өр-яңы “Беларусь” тракторы һатып алынған. Хәҙер Иҫәнбай ауылы фермерының ике тракторы бар — тәүгеһен былтыр үҙ табышы иҫәбенә алған булған. Район хакимиәте тарафынан хужалыҡҡа 112 гектар ер ҙә бүленгән, хужа шул майҙанда быйыл тәүгә сәсеү уҙғармаҡсы. “20 гектарҙа — һарыҡҡа бесән, ҡалғанында бойҙай һәм арпа үҫтермәксебеҙ”, — ти Азамат Рәғиб улы.
Һәр эшкә дәртләнеп, ҡанатланып тотона ул. Фермерҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн республикабыҙ Хөкүмәте һәм район хакимиәте етәкселәренә үҙенең ихлас рәхмәтен белдерә.


Вернуться назад