Тарих ҡабатланамы?02.04.2013
Бер танышым Австрияның баш ҡалаһы Венала Иосиф Сталиндың мемориаль таҡтаташын күрҙем тигәс, әллә ни аптыраманым. Был тарих менән ҡыҙыҡһынып төпсөндөм. Баҡтиһәң, Иосиф Джугашвили 1913 йылда Венала эмиграцияла йәшәгән сағында “Марксизм һәм милли мәсьәлә” тигән хеҙмәтен яҙған икән. Ә мемориаль таҡтаташтың ҡуйылыу сәбәбе — 1945 йылда совет ғәскәрҙәренең Венаны фашистарҙан азат итеүендә.

Белеүебеҙсә, АҠШ һәм Англия авиацияһы Европаның иң матур ҡалаларының береһе Дрезденды ер менән тигеҙләгән. Венаны азат иткәндә, Совет Армияһы Сталиндың бойороғо буйынса был вәхши аҙымдан баш тарта. Һәләк булған 38 мең совет һалдаты хөрмәтенә Австрия халҡы һәйкәл ҡуя. Ул һаман да бик һәйбәт хәлдә һәм ихтирам менән һаҡлана. Әйткәндәй, Америка һәм инглиз һалдаттарына бындай һәйкәл юҡ. Һуңынан Никита Хрущев, шунан Эдуард Шеварднадзе Сталиндың таҡтаташын СССР исеменән алып ташлауҙы талап итһә лә, Австрия дәүләте, элекке ҡул ҡуйылған килешеүгә таянып, был аҙымға бармай. Ни өсөндөр Австрияның гербында ураҡ менән сүкештең булыуы был ил халҡын һис тә кәмһетмәй.
Бынан 60 йыл элек, 1953 йылдың 5 мартында, СССР дәүләте етәксеһе Иосиф Виссарионович Сталиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Үҙенең үлеменән һуң үткән эшмәкәрлеге, тарихта ҡалдырған әһәмиәте тураһында бындай ҡапма-ҡаршы баһа алған башҡа сәйәсмәнде атауы еңелдән түгел. Хатта Владимир Ленин тураһында был тиклем бәхәсле һүҙ ҡуйыртылманы.
2008 йылда Рәсәй телеканалы “Рәсәй йөҙө” тигән махсус конкурс ойоштороп та ҡараны. Интернет аша тауыш биреп, Рәсәй тарихында иң ҙур эҙ ҡалдырған шәхесте билдәләп маташтылар. Унда тәүге көндән алып Иосиф Сталин беренсе урында барҙы. Әммә, төрлө һылтау табып, бирелгән 2,5 миллион тауышты юҡҡа сығарып, беренселеккә Александр Невскийҙы “күтәреп” ҡуйҙылар. “Һуҡалы Рәсәйҙе атом бомбалы итеп ҡалдырған” Сталиндың тарихи роле бөгөнгө шарттарҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә. ХХ быуаттың 20-се һәм 90-сы йылдарындағы Рәсәйҙең иҡтисади-сәйәси шарттарҙы үҙ-ара сағыштырһаң, күп уртаҡ оҡшашлыҡтар табырға була: яңы иҡтисади сәйәсәт (нэп) һәм хәҙерге баҙар иҡтисады реформалары Рәсәй дәүләтендә яңы ҡатламдар (нэпмандар һәм олигархтар) барлыҡҡа килтерҙе. Улар власҡа туранан-тура дәғүә итә башланы, енәйәтселек, коррупция бермә-бер артты (ҡыҙыҡ өсөн, Ильф менән Петровтың “Алтын быҙау”ын уҡып ҡарағыҙ). Ике осорҙа ла Рәсәй дәүләтенә тарҡалыу ҡурҡынысы янай ине. Нисек кенә булмаһын, ошо ике дәүергә ғәйәт күп параллель үткәреп була.
В. Путин әкренләп таралған союздаш республикаларҙы төрлө ойошмалар аша Рәсәй тирәһенә туплай башланы. Бер полюсҡа (АҠШ) тороп ҡалған донъяны ла үҙгәртеп килә: Ҡытай менән стратегик дуҫлыҡ, БРИКС, ШОС төҙөү , АҠШ-тың вотчинаһы булған Латин Америкаһын яулау (Венесуэлаға 9 миллиард долларға ҡорал һатыу, Бразилия, Куба менән хеҙмәттәшлекте нығытыу һ.б.) — ошоноң асыҡ миҫалы. Европа дәүләттәрен Рәсәй газ торбаһына ныҡлап “бәйләп ҡуйыу” ҙа, Тымыҡ океанға яңы газ һәм нефть үткәргестәр һуҙыу хатта Леонид Брежневтың да хәленән килмәне. Иң мөһиме — хәҙер Рәсәй ҡатнашлығынан тыш бер генә донъя проблемаһы ла хәл ителмәй. Владимир Путиндың 13 йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Рәсәй тулайым продукт етештереү буйынса донъяла 36-сынан 6-сы урынға сыҡты.
Валюта-алтын запастары буйынса, Борис Ельциндан ҡалған тышҡы бурыстарҙы түләп бөтөп, донъяла өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Кемдер, быға нефткә хаҡтарҙың юғары булыуы ғына булышлыҡ итте, тип әйтер. Ошо осорҙа нефттең хаҡы дүрт-биш тапҡырға артһа, бюджет — 22, алтын-валюта запасы 48 тапҡырға үҫкән. Әлбиттә, күп урлашалар, әммә һөҙөмтәләр ҙә һиҙелерлек бит. Уртаса эш хаҡы — 15, пенсия 12 тапҡырға күтәрелде. Инфляция иһә тик өс-дүрт тапҡырға ғына артты. Йәшәү кимәленең артҡанын һәр беребеҙ яңы машиналар, техника, торлаҡ миҫалында асыҡ күрәбеҙ.
Владимир Путин шым ғына элек таратып бирелгән тәбиғәт байлыҡтарын дәүләт ҡарамағына ҡайтарып килә. Сахалиндағы газ ятҡылыҡтары, “Сибнефть”, “Юганскнефть”, “Руснефть” һ.б. “Газпром”ға, ВР “Роснефть” ҡарамағына күсте, оборона, авиация, судно эшләү предприятиелары ла хәҙер дәүләт корпорацияларына ҡарай. Был процесты национализация тип атаһаң да була. Киң мәғлүмәт саралары, бигерәк тә телевидение, дәүләт ҡарамағына күсерелеп, Рәсәйҙе тарҡатыуға йүнәлтелгән пропагандаһын туҡтатты. Сәнәғәт, ауыл хужалығы, транспорт, элемтә, төҙөлөш өлкәһендә лә үҫеш һиҙелерлек: яңы предприятиелар төҙөлә, иген экспорты буйынса Рәсәй АҠШ-ты ла уҙып китте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошо эштәрҙең күбеһен Владимир Путин шым ғына, халыҡҡа алдан һиҙҙертмәй генә атҡарырға тырыша. Һуңғы ярты йылда Дәүләт Думаһын “таҙартыу” процесы башланды. Геннадий Гудковты депутат мандатын тапшыртырға мәжбүр итеп, парламентты Президент тәҡдим иткән закон проекттарын бер тауыштан хуплаусы органға әйләндерҙе. Был йәһәттән уның һуңғы “операцияһы” һоҡланырлыҡ оҫта башҡарылды. Мин уның исеменән Дәүләт Думаһына индерелгән яңы закон проектын әйтәм. Унда дәүләт чиновниктарына сит ил банктарында иҫәп тотоу, сит ил акциялары һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙары менән эш итеү тыйыла. Декабрҙәге Мөрәжәғәтнамәһендә ул ошо тыйыуҙар тураһында дөйөм һүҙҙәр менән генә иҫкәртеп үткәйне. Хәҙер индерелгән яңы проект буйынса, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә сит илдәрҙәге финанс ойошмалары менән шәхси бәйләнеш тотоу уларҙың статусына тап килмәй, тиелә, сөнки төрлө сетерекле осраҡтарҙа сит ил банктары иҫәптәге аҡсаларҙы “ябып”, Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә тәьҫир итә ала. Шуға кеше үҙе һайларға тейеш: йә бизнес, йә дәүләт хеҙмәте. Хәҙер, Дәүләт Думаһы депутаттары — кемдер мәжбүри, кемдер үҙ теләге менән — мандатын тапшыра башланы. Был — бик яҡшы күренеш. В. Путин, шулай итеп, И. Сталиндың хатаһын ҡабатламай ғына, Рәсәй дәүләтендәге компрадор элементтарҙан ҡотола. Киләһе этап коррупцияға ҡаршы көрәш тип күҙалларға ғына ҡала.
Иҡтисадсы булараҡ, Сталиндың бер ҡаҙанышына һоҡланыуымды билдәләмәй булдыра алмайым. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хараба хәленә килгән Советтар Союзының иҡтисадын тергеҙеүе тураһында һүҙ йөрөтәм. Көнбайыш дәүләттәре АҠШ-тың “Маршалл планы” эсендә миллиардтарса доллар иҡтисади ярҙам арҡаһында аяҡҡа баҫһа, СССР үҙенән башҡа социалистик лагерҙы тергеҙергә өлгәшә алды. Дүртенсе биш йыллыҡ (1946–1950) эсендә генә алты меңдән ашыу яңы предприятие төҙөлдө. СССР-ҙа Европала беренсе булып карточка системаһы бөтөрөлдө. Был уңыштарҙың сәбәбен белгестәр төплө итеп аңлатып бирә алмай. Йәнәһе, контрибуция мөлкәте иҫәбенә тип бара күптәре. Әммә, бында Сталин бик оҫта ҡулланған рычаг тураһында ни өсөндөр әйтеп еткермәйҙәр.
1947 йылда үткәрелгән аҡса реформаһынан һуң Совет дәүләте даими рәүештә хаҡтарҙы төшөрөү сәйәсәте үткәрә башланы. Хаҡтарҙың “сапҡанына” өйрәнгән хәҙерге Рәсәй халҡына был ғәжәп күренештер, бәлки. Әммә Совет хөкүмәте, халыҡты алдан иҫкәртеп, төп аҙыҡ-түлеккә һиҙелерлек итеп хаҡты төшөрә ине. Был сараның иҡтисадҡа булған тәьҫире ғәйәт көслө булып сыҡты. Етештереүселәрҙең һәм һатыусыларҙың, бер яҡтан, һәм һатып алыусыларҙың, икенсе яҡтан, ҡылығы ҡырҡа үҙгәрҙе: беренселәре хаҡтар төшмәҫ борон күберәк тауар етештереп һатырға тырышты, ә икенселәре, киреһенсә, хаҡтарҙың төшкәнен көтөп, тауар һатып алыуҙан тыйылып торҙо. Ошоноң арҡаһында хаҡтар планлаштырғандан да күберәккә төштө. Хеҙмәт етештереүсәнлеге артты. Был шарттарҙа хеҙмәт хаҡын арттырыу кәрәкмәне лә: элекке аҡсаға күберәк тауар алырға була ине.
1947–1952 йылдарҙа хаҡтар уртаса ике (!) тапҡырға кәмене. Бының арҡаһында совет халҡы 1948 йылда 8,6 миллиард һум, 1949 йылда — 7,1, 1950 йылда 11 миллиард һум экономияланы.


Вернуться назад