Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов дәүләт хеҙмәттәрен электрон төрҙә күрһәтеүгә күсеүҙе тәүсираттағы бурыс тип атаны.
— Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең әлеге сифаты шәптән түгел, — тине ул Хөкүмәт Президиумының ултырышында. — Граждандарға белешмә ҡағыҙҙары алыу өсөн оҙон сиратҡа баҫырға тура килә. Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙә уңайлыҡтар булдырыуға ихтыяж ҙур, шуға күрә барлыҡ дәүләт хеҙмәттөрен электрон төргә күсереү бурысы ҡуйылды.
Төбәктәргә был эште 2012 йылдың 1 июленә тиклем тамамларға кәрәк.
— Ошо мәлдән алып дәүләт власы органдары яңыса эшләй башлаясаҡ. Уны “берҙәм тәҙрә” тип атарға мөмкин. Дәүләт власы органына мөрәжәғәт итеүселәргә башҡа ойошмаларҙан документтар йыйырға тура килмәйәсәк, быны уның өсөн дәүләт эшләргә тейеш. Системаны көйләү өсөн төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың үҙ-ара эшмәкәрлеген яраштырыу буйынса күләмле эш башҡарыу бурысы тора, — тине элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов.
Ул етәкселек иткән министрлыҡ алдына мәғлүмәттәрҙе электрон алмашыуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйыла.
— Башҡортостан Республикаһы, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, беренсе этапта дәүләт хеҙмәттәрен проектлау эшен тамамланы, — тип билдәләне Борис Мелкоедов. — Белгестәребеҙ үткәргән тикшереү барышында төбәктә ведомство-ара эшмәкәрлек талап иткән 71 хеҙмәт төрө асыҡланды. Ваҡыт үтеү менән был исемлеккә тағы ла үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереләсәк.
Элемтә һәм киң коммуникациялар министры әйтеүенсә, муниципалитеттарҙа төбәктәр һәм федераль власть органдары менән ведомство-ара эшмәкәрлек системаһын ойоштороу тәүсираттағы мәсьәләләр иҫәбендә. Был эште Яңы йылға тиклем тамамларға кәрәк. Ваҡыт аҙ ҡалыуға ҡарамаҫтан, республика был эште атҡарып сығасаҡ, тип ышандырҙы министр.
— Бөгөн беҙ мәсьәләнең мөһимлеген баһалап еткермәйбеҙ, — тине Азамат Илембәтов. — Ул бик ҙур әһәмиәткә эйә һәм талап та ҡаты буласаҡ.
Премьер-министр дәүләт хеҙмәттәрен электрон ысул менән күрһәтеүгә күсеүҙе айына ике тапҡыр тикшерергә тәҡдим итте. Хөкүмәттең ошо темаға арналған сираттағы ултырышын киләһе йыл ғинуар уртаһында үткәрергә ҡарар ителде.
А. ХӘЛИЛОВ.