Йүнсел Николай Волков ер эшкәртеп, мал аҫрап, эргә-тирә ауыл халҡын икмәктән, иттән өҙмәй, бынан тыш, яҡташтарын сифатлы һыу менән тәьмин итеүҙе лә үҙенең бурысы һанай.
– Йыйын һайын һыу мәсьәләһе күтәрелде, таралышҡанда һәр саҡ уны алдағы көндәрҙә хәл итергә вәғәҙә бирҙе етәкселек, – ти Дүртөйлө ауылында ғүмер итеүсе шәхси эшҡыуар Николай Волков. – Ниңәлер киләһе һөйләшеү тағы шул бер балыҡ башын сәйнәү менән башлана ине. "Шул тиклем дә хәл ителмәҫтәй проблемамы икән ни?" тип аптырай торғайным. Теләк тирәкте йыға тигәндәй, уға тотоноуым да шул һорауға яуап бирергә тырышыуымдан.
Әйткәндәй, ул – районда һыу үткәреү лицензияһына эйә булған берҙән-бер эшҡыуар. Өс скважина тотош ауылды һыу менән тәьмин итә, берәүһе – запаста.
Бөгөн ауыл өйҙәре ҡала фатирынан бер ҙә ҡайтыш түгел. Тырыштар йорт эсенә торба һуҙған, эҫе һыуын да хәстәрләгән, бүтән уңайлыҡтарға ла яйын тапҡан. Дүртөйлөлә халыҡтың һикһән проценттан ашыуы ошондай рәхәтлектә йәшәй икән, быларҙың һәммәһе лә — Николай Владимировичтың егәрлелек һөҙөмтәһе. Мәктәпте, балалар баҡсаһын һәм клубты ла һыуҙан өҙмәй. Киләсәктә Бурһыҡ менән Һарыһаҙ ауылдары халҡын да һыу сығарып шатландырмаҡсы.
Эшҡыуар әйтеүенсә, был яҡтарҙа артезиан һыуы 80 метрҙан сыға. Тәбиғәт байлығы бик тәрәндән килә шул. Уның ҡарауы, ул эсеп туйғыһыҙ, кем әйтмешләй, май шикелле йомшаҡ.
Күптәр бында эш урыны тапҡаны өсөн дә "Волков" йәмғиәте етәксеһенә оло рәхмәтле. Ирина Волкова, Александр Шуматов, Николай Волков һәм башҡалар – шуға миҫал. Ә иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем уларҙың һаны өс тиҫтәгә етә. Әлбиттә, студент улы Илья, уҡыусы ҡыҙы Дарья ла ярҙам итә.
Николай Волков үҙ эшен асырға ярҙам иткән Наил Ғабдрафиҡов, Татьяна Алексеева, Ринат Харисов, Радик Фәйзуллин, Венер Заһиҙуллин, Ләйсән Ғибатова ише дуҫтарына һәм фекерҙәштәренә сикһеҙ рәхмәтле.
Күршеһе менән һөйләшкәндә, ул Николай тураһында шаяртып, былай тине: "Бик ныҡышмал егет, башлаған эшенең төбөнә тоҙ ҡоймайынса туҡтамай. Нефть эҙләгәндә һыуға тап булған, тәүгеһенә ҡарағанда икенсеһен оҡшатҡан". Ысынында байтаҡ ҡына Себерҙә бил бөккән ул, дөрөҫөрәге, нефть эҙләгән. Ләкин тапҡан береһе төпһөҙ мискәгә батып тик торған. Әллә ни бол йыя алмаған. Ә бына тыуған төйәгенә ҡайтып, һыу мәсьәләһенә тотонған һәм матур итеп донъя көтөү мөмкинлеген аңлаған.