Ҡулайлаштырыу шарттарында ауылдарҙың яҙмышы мине ныҡ борсой. Ошо көнүҙәк мәсьәлә тураһында гәзиткә йышыраҡ яҙыу теләге күңелгә тынғылыҡ бирмәй. Әлбиттә, бөтә ерҙә лә хәл бер үк түгел. Маҡсат – заман ауырлығына зарланмай йәбешеп ятып донъя көтөүселәрҙе бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйыу. Шаран районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мусин, ошо уйымды әйткәс, Борсаҡ ауылындағы "Хажиева" йәмғиәтенә алып барасағын белдерҙе.
Бигүк ҙур булмаған йортҡа яҡынлашҡас, ҡапҡа төбөндә махсус эш кейемендәге егетте осраттыҡ. Машина тауышын ишетеү менән, ишек алдындағы мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп, урамға сыҡҡан.
– Малға бесән һалып йөрөй инем, саҡ ҡына һуңғараҡ һыу эсерәм, – тип һүҙ башланы Зөлфәт Ғәбдрәсүл улы. – Ваҡ мал да иғтибар талап итә. Һарайҙы таҙартырға кәрәк, ялан кәртәләге ҡарҙы көрәйһең, бүтәнен хәстәрләйһең. Әле бәрәсләү осоро яҡынлашты, гел күҙ-ҡолаҡ булыу зарур. Былар бишәрҙе бәрәсләй ҙә ҡуя, бигерәк үрсемлеләр.
Гөлназ Хажиева үҙ эшен халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ярҙамында (йөҙ мең һумдан ашыу аҡса алып) асҡан. Бынан ике йыл элек Ярославль өлкәһенән “роман” тоҡомло 11 баш һарыҡ һатып алған, хәҙер уларҙың һанын ҡырҡҡа еткергән. Ауылда һарыҡтың күҙгә күренеп кәмеүе, нәҡ уның итенә ихтыяждың күп булыуы быға этәргес биргән. Итте баҙарға һатыуға сығаралар, йөндө Зәйеттәге быйма баҫыусы үҙе килеп ала, тиренең дә файҙаһын күрәләр. Бынан тыш, улар һәр йәй йөҙләп ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ себеше алып үҫтереп, аҡса эшләй. Әлбиттә, төп ярҙамсыһы – ире Зөлфәт.
Йәштәр йәнә бер изге уй менән яна. Борсаҡтан ҡул һуҙымындай ғына ерҙә Сәлих тигән ауыл булған, ләкин киләсәге юҡ тип бөтөрөлгән.
— Ул урын мөғжизәгә тиң: урманы өҫкә ауып тора, күлгә һыу инергә йөрөйбөҙ, эргә-тирәһе еләк-емеш менән тулған. Айырыуса йәйгеһен шарандар ғына түгел, ситтән дә күпләп килеп ял итәләр. Ниәт – хозур тәбиғәт ҡосағында ял базаһы асыу. Өҫтәүенә Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов туризмды үҫтереүгә өҫтөнлөк бирә. Был йүнәлештә лә көстө һынап ҡарарға ине, – тип киләсәккә хыялдары менән дә уртаҡлашты улар.
Ҡала тормошон ауылдыҡына алмаштырған Хажиевтарҙың донъяһы түңәрәк. Бынамын тигән балалары буй еткерә: Айнур Бәләбәй ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм механизациялау техникумында белем ала, ә Алһыу – Бөрө фармацевтика колледжы студенты. Яратҡан шөғөлдәре бар, ә инде ауыл иҡтисадын үҫтереүгә өлөш индереүҙәре хаҡында телгә алыу артыҡ.
Гөлназдан бәхет төшөнсәһен нисек аңлауын һорағас, ул яуап урынына яҡташы, әҙип Ибраһим Абдуллиндың: “Бәхетте үлсәй торған бизмән юҡ, ул бер тамсы һыу кеүек тә, диңгеҙ шикелле лә...” тигән шиғыр юлдарын килтерҙе.