Иртәгәне бөгөн хәстәрләп...23.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов "Standard & Poor's" халыҡ-ара рейтинг агентлығы вәкилдәре менән осрашты. Унда һүҙ республиканың бөгөнгө иҡтисади хәле, финанс мөмкинлеге һәм ҡеүәте тураһында барҙы.
– Һеҙҙең менән даими аралашыу беҙҙең өсөн үтә мөһим. Юғары кредит рейтингының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Беҙ эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ, киләсәктә лә ошо юҫыҡта эшләйәсәгебеҙгә ышанысым ҙур. Үткән йыл һөҙөмтәләрен беләһегеҙ – республиканың хәле тотороҡло, артабан үҫеш өсөн ҡеүәт етерлек. Шуға ла, һис шикһеҙ, был йүнәлештә эшмәкәрлегебеҙҙе тотороҡло алып барасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
"Standard & Poor's" халыҡ-ара рейтинг агентлығының Мәскәү офисының "Төбәк һәм муниципаль финанстар" төркөмө директоры Борис Копейкин һәм өлкән аналитигы Александра Баллод Башҡортостандың иҡтисади хәлен юғары баһаланы, шул уҡ мәлдә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Шул иҫәптән уларҙы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы.
– Иңебеҙҙә ятҡан яуаплылыҡты өҫтәмә килем сығанаҡтарын булдырып хәл итәбеҙ, шулай уҡ федераль ҡаҙнанан да аҡса бүленә. Ғөмүмән, республика етәкселеге даими рәүештә өҫтәмә килем булдырыу өсөн сығанаҡтар эҙләй: сығымдарыбыҙҙы көйләйбеҙ, дәүләт ҡарамағында булған предприятиеларҙың акцияларын һатыуға сығарабыҙ. Ошондай юлдар менән үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрергә тырышабыҙ. Шулай уҡ төбәккә йәлеп ителгән инвестицияларҙың да яҡын арала һөҙөмтәһе буласаҡ, – тип аңлатты республика башлығы.