Алдынғы һауынсыға — 30 мең!21.03.2013
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы (рәйесе — Ғәлим Булат улы Сәлимов) төбәктең заман һулышын тойоп, тотороҡло эшләгән предприятиеларҙың береһе. Хужалыҡта 1285 баш һыйыр малы аҫрала, был үткән осорға ҡарағанда 104 башҡа күберәк.

Былтыр барлығы 20618 центнер һөт етештерелгән. Бригадалар араһында Сыңғыҙ фермаһына тиңләшеүсе юҡ. Һауынсылар Мөнирә Сирбаева, Гөлшат Исмәғилева, Фәнүзә Байегетова, Мөнирә Ҡотлоғужина эштә юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Малсылар Айсыуаҡ Сәлихов, Ғилметдин Хажин, Ринат Сирбаев, Мәрйәм Мөхәмәтова, Нәркәс Мәхмүтова — хеҙмәт алдынғылары. Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, 2012 йылда бөтәһе 33 миллион 451 мең һумлыҡ продукция етештерелгән. 10 миллион һумдан ашыу эш хаҡы түләнгән, бурыстар юҡ. 7 миллион һумлыҡ яңы техника һатып алынған. Хужалыҡ етәкселеге район һәм республика матбуғатын үҙ эшселәренә генә түгел, ә хеҙмәт ветерандарына, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә яҙҙыртыу, уны таратыу буйынса ҙур эш атҡара. Был йәһәттән профком рәйесе Морат Ишкининға еткән кеше юҡ.
Хужалыҡта йыл һайын хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү сараһы үткәрелә, уларға аҡсалата премия тапшырыла, еңеүсе таҫмалары тағыла. Быйыл да иң уңған һауынсы тип Мөнирә Сирбаева танылды, ул 30 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды.


Вернуться назад