Туҡан, Егәҙе ауылдары тарихына күҙ һалғанда, ағас күмере әҙерләү тураһында әллә күпме яҙырға мөмкин. Күптәр өсөн ул төп шөғөлдәрҙең береһе була, заманында был яҡтарҙа ҡырҡлап күмер әҙерләү мейесе эшләгән. Әммә ваҡыт үтеү менән ул тарихта ғына ҡала, ә халыҡ эш булған тарафтарға тарала. Ҡайһы бер ауылдарҙың хатта нигеҙе лә юғалып бөтөп бара.
Туҡанда ла бер көн килеп карьер ябыла, эш булмағас, халыҡ ситкә китә. Эргә-тирә ауылдар ҙа ошондай яҙмышҡа тарый. Әммә Мәйгәштелә Александр Леонидович Урванцев, 2009 йылда ташландыҡ автогараж эргәһенән ҡуртымға ер алып, ата-бабалар шөғөлөнә тотона: ағас күмере үртәй башлай.
Александр Леонидович сығышы менән Туҡандан. Мәктәпте тамамлағандан һуң БДПУ-ның Сибайҙағы филиалында уҡый. 1996 йылда, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Сибайҙа төпләнә, милицияға эшкә урынлаша. Әммә, Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итһә лә, күңеленә ятып бөтмәй: өс йылдан һуң үҙ эшен аса. Ситтә йөрөһә лә, күңеле һәр саҡ тыуған яҡтарына тарта. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндә туплаған аҡсаһын бында яңы эш асыуға йүнәлтә.
— Ағас эшкәртеү, күмер етештереү уйы Сибайҙа уҡ тыуғайны. Шуға ла тыуған еремә ҡайтыу менән бер ниндәй икеләнеүһеҙ ошо хыялымды тормошҡа ашырырға тотондом. Күптәр күмер аҙыҡ-түлек әҙерләү өсөн генә кәрәк тип уйлай. Әммә уның ҡулланыу даирәһе киң. Медицинала дарыу етештереү өсөн файҙаланалар. Һыуҙы, спиртты таҙартыуҙа ла ул алмаштырғыһыҙ сеймал булып ҡала. Күмер металлургияла кристаллик кремний өсөн файҙаланыла, унһыҙ бер микросхеманы ла эшләп булмай. Ауыл хужалығында мал аҙығына өҫтәмә итеп тә ҡулланыла. Ә инде көлөн яландарҙы ашлау өсөн файҙаланырға мөмкин. Ғөмүмән, ул — түбән сортлы ағасты тәрән эшкәртеү юлдарының береһе. Аш-һыу әҙерләү өсөн дә ағас күмерен файҙаланыу көнүҙәк булып ҡала, — ти Александр Леонидович.
Предприятиела етештерелгән күмер оҙаҡ тормай, үҙ һатып алыусыһын тиҙ таба. Төп заказсыларының Башҡортостандан булыуы ла күмергә ихтыяждың ҙурлығы тураһында һөйләй. Ә урманға бай Белорет ерендә был шөғөлдө үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Предприятие әле үҫеш юлында. Эш шарттары еңелдән түгел: ағас ҡырҡыу, базаға ташыу, бысыу, ярыу, мейестә киптереү, күмер итеп яндырыу үҙе бер ҙур процесты тәшкил итә. Етәксе киләсәктә күмер етештереүҙе арттырыу маҡсаты менән яна, яңы технологиялар индереү өҫтөндә эшләй.
— Майлау-яғыулыҡ станцияһы юҡ, ә Сермән янындағыһына барып етер өсөн 60 саҡрым ара үтергә кәрәк. Юл насар, ҡар көслө яуған саҡта, таҙартылмау сәбәпле, продукцияны ваҡытында заказсыға оҙата алмайбыҙ. Икенсе төп проблема — эшкә яраҡлы ир-аттың булмауы. Булғандары бер хеҙмәт хаҡы алғансы йөрөй ҙә эсеп эшкә сыҡмай. Әле Туҡан һәм Егәҙенән килеп эшләйҙәр, ә Мәйгәштелә тик пенсионерҙар ҡалған. Ауылда ут юҡ ине. Ул ҡасандыр булған, әммә трансформатор ватылған. Был мәсьәләне лә үҙебеҙгә хәл итергә тура килде, — ти Александр Урванцев.
Һәр башланғыстың уңышы кеше факторына бәйле. Был йәһәттән Александр Леонидович: “Үҙ эшенә бирелгән кешеләр бар ул”, — тип, предприятие асылғандан бирле Егәҙенән йөрөп эшләүсе Сергей Николаевич Суравовты маҡтап телгә алды.
“Феникс” предприятиеһы Туҡандың социаль-мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Мәктәптә баскетбол командаһы бар. Быйыл “Феникс” боҙ майҙанын асырға йыйыналар.
Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, тыуған ер яҡын. А.В. Урванцев миҫалында беҙ быға тағы бер инандыҡ. Ҡаланы ташлап ҡайтырға баҙнат иткән, бөтә мөлкәтен һатып үҙ эшен асҡан Александр Леонидович — ысын эшҡыуарҙың матур миҫалы.
Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.