Аҡсаның баһаһы баҙарҙа беленә14.03.2013
Йыл башы ҡулланыусыларҙы артыҡ һөйөндөрмәй: инфляция Рәсәйҙә — 1,5, Волга буйы федераль округында 1,4 — 2 процент тәшкил итте. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы хәбәр итеүенсә, республикала быйыл инфляция 1,6 процентҡа еткән.

Көн дә магазин, баҙар юлын тапаған хужабикәләр аҙыҡ-түлектең хаҡын яҡшы белә торғандыр. Өҫтәүенә халыҡта ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр һаман да тотороҡлана алмай. Февралдә эҫе һыуға тариф йәнә 7,9 процентҡа артты.
Хәҙер аҙыҡ-түлек хаҡтарына күҙ һалайыҡ. Ҡыяр — 14,5, бойҙай оно — 6, һоло, арпа һәм манный ярмалары, борсаҡ һәм фасоль — 5,5 — 6,5, кишер, сөгөлдөр, һарымһаҡ 3,6 — 6,2 процентҡа ҡиммәтләнгән. Юғары сортлы бойҙай ононан етештерелгән макарон изделиелары, вермишель, тары һәм дөгөгә хаҡ 2,3 — 3,4 процентҡа күтәрелгән. Икмәк ризыҡтарына ла хаҡтар тотороҡло түгел — йыл башынан 3 процентҡа артҡан. Һыраның — 2,8, араҡының — 2,3, кондитер изделиеларының 1,2—1,6, картуф, кәбеҫтә һәм башлы һуғандың 0,6—1,9 процентҡа ҡиммәтләнеүе лә ҡулланыусыларҙы һөйөндөрмәне.
Шулай ҙа ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәренә хаҡтың төшөүе күҙәтелә. Мәҫәлән, помидор — 13,5, сусҡа ите — 2,6, тоҙланған, маринадланған, ыҫланған балыҡ, йомортҡа, тауыҡ ите 0,8 — 1,2 процентҡа арзанайҙы.
Дизель яғыулығына хаҡ 2 процентҡа күтәрелһә, “АИ-95” маркалы бензин 1,3 процентҡа ҡиммәтләнде. Тәмәкегә хаҡ та “ҡабарыуын” дауам итә (2,4 процентҡа). Былай ҙа арзандан булмаған дарыуҙарға, (1,4-тән 6,5 процентҡа ҡәҙәр), ҡайһы бер медицина хеҙмәттәренә түләүҙәр (2,6-нан 7,3 процентҡа тиклем) артҡандан-арта ғына.

* * *
Март ҡулланыусылар өсөн ниндәй “бүләк”тәр әҙерләй? Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙаллауҙарына ҡарағанда, яҙҙың тәүге айында инфляцияның 0,5-0,6 процент тәшкил итеүе көтөлә.
Ҡулланыу хаҡтары индексы март айында — 0,5-0,6, йыл башынан — 2,1, йыл дауамында 7,2 процент булыуы ихтимал. Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, февралдә тауарҙар — 0,6, хеҙмәт күрһәтеү 0,4 процентҡа ҡиммәтләнгән. Министрлыҡ быйыл инфляцияның 5-6 процент тирәһе тәшкил итәсәген белдерә.


Вернуться назад