Рифҡәт Ҡәүей улы бөгөн ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды ла, тиҙ генә кейенеп, һөтсөлөк фермалары яғына ыңғайланы. Ауыл әтәстәре лә ҡысҡырмаҫ борон эшкә барыуының сәбәбе шунда: кисә быҙау ҡараусылар Зөлхәмиә Фәрхәтшина менән Әнисә Маргаметдинова бер нисә һыйырҙың елене етеүен һәм ауырыңҡырап тороуын әйткәйне. "Харап ҡына булмаһындар тағы, ветеринар саҡыртырға тура килер", – тип
хәстәрләп, тыныс ҡына йоҡлаған ҡышҡы ауылға баҡты...
Ауыл халҡын ихтирам итә ул. Уларҙың иртә таңдан эңер төшкәнсе эшһеҙ буш торғанын, ҡул ҡаушырып ултырғанын күргәне лә булманы. Бынан 30 йыл элек
Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, Краснокама яҡтарына йүнәлтмә буйынса эшкә килгән Илеш егете Рифҡәт Хәтмуллин бер нисә ауылды берләштергән "Алға" хужалығына етәкселек итә. Ошо йылдар арауығында төрлө яуаплы вазифалар йөгөн тартырға тура килде. Әммә бер ваҡытта ла халыҡ менән ауыр һүҙгә килмәй, шуға абруйы ла көслө, һәр кем ихтирам да итә. Күрше райондан булыуына ҡарамаҫтан, тулҡынланып аҡҡан Кама ярҙары бөгөн Рифҡәт Хәтмуллин өсөн яҡын һәм ҡәҙерле, сөнки мөхәббәтен дә нәҡ ошонда осратты, балалары ла ошо йылға һыуын эсеп буй еткерә.
– Әгәр үҙемде дорфа тотоп, эре ҡыланһам, хеҙмәт кешеһе иртәгә мине һанламаясаҡ. Уларҙың хеҙмәтенә бөгөн мин мохтажмын, шуға һәр саҡ кеше булып ҡалырға кәрәк. Донъя йөгөн бер булып тартҡанда ғына, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә мөмкин бит, – тине йәмғиәт етәксеһе Рифҡәт Ҡәүей улы, "500 ферма" программаһына ингән хужалыҡтарҙың тулы бер көнөн гәзит битендә күрһәтеү теләген белдергәс.
"Алға" тоҡомсолоҡ заводы ауыл хужалығы кооперативы төбәктә һөт, ит етештереү буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Шуға ла тәүгеләрҙән булып йәмғиәт республикала уңышлы тормошҡа ашырылған "500 ферма" программаһына инә. Хөкүмәттән бүленгән бар аҡсаны маҡсатлы ҡулланып, совет осоронда төҙөлгән ике ҡоролманы бөтөнләй һүтеп ташлап, 200 баш мал һыйҙырышлы заманса аҙбар төҙөп ултыртҡандар, быҙауҙарға ла айырым бина булдырғандар. Элекке һарайҙарҙы танымаҫһың да: пластик тәҙрәләр, аҙыҡ өҫтәле, автоматлаштырылған һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. Ҡул көсө бөтөнләй тиерлек
ҡулланылмай, "Хозяин" аҙыҡ таратҡысы бер нисә кешенең хеҙмәтен алмаштыра.
– Киләсәктә тағы ла, программаға ярашлы, 200 баш малға, шулай уҡ 150 баш танаға бина төҙөләсәк, силос, сенаж соҡорҙары яңыртыласаҡ, – тип һүҙгә ҡушылды Иҫке Бөртөк һөтсөлөк фермаһы мөдире Айҙар Әхмәтов. – Элек ауылдан сығып киткән йәштәрҙең күбеһе ҡалала тороп ҡалһа, шунда эшкә урынлашһа, бөгөн, шарттар булдырылғас, юғары уҡыу йортон тамамлап, беҙгә ҡайтыусылар күбәйҙе.
Әйткәндәй, бөгөн "Алға"ла Иҫке Бөртөк, Яңы Бөртөк һәм Мәнәк ауылдарынан 50-гә яҡын кеше эшләй. Ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә хужалыҡта тырышып хеҙмәт итә, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ һиҙелмәй. Эш һорап килеүселәр етерлек, сөнки хужалыҡ етәкселеге тарафынан һәр кемгә иғтибар ҙа, ихтирам да
бар. Эш хаҡы ваҡытында бирелә, 13 мең һумдан кәм алмайҙар. Шәхси ихатаһында мал тотоусыларға ла бында тир түгеүе күпкә уңайлы: кәрәк икән бесәнен, һаламын яҙҙырып ал, фуражын да йәлләмәйҙәр. Быҙаулата алырға теләһәң – рәхим ит. Эш хаҡы әле йәмғиәт кассаһы аша бирелә, Ҡуян ауылына банкомат урынлаштырыуҙы хәл итеп йөрөйҙәр, был ысул халыҡҡа оҡшар, моғайын. Шуны ла билдәләп үтергә ине: ауылға эшкә ҡайтыусыларға бөтөн уңайлы шарттары булған йорт бирелә. Киләсәктә, Рифҡәт Ҡәүей улы әйтеүенсә, махсус белемле белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн тағы ла дүрт йорт төҙөү күҙаллана. Ә ауылды үҙ итеп ҡайтҡан йәштәргә был, минеңсә, иң ҙур бүләк!
Хужалыҡтың малы ла ишле генә. Әле ике меңдән ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы өс ауылда урынлашҡан һөтсөлөк фермаларының иркен ялан кәртәһендә тотола. 680 һауын һыйыры бар. Көн һайын Дүртөйлө һөт заводына алты тонна һөт оҙаталар. Көтөүҙе яңы таналар менән тулыландырыу эше лә
уңышлы алып барыла. Дүртөйлө яҡтарынан йылына 50-гә яҡын тана һатып алалар.
– Мал һаны күберәк булған һайын эш тә ауырлаша, әммә малсылар һынатмай, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәй, шуға ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә улар, – ти йәмғиәт етәксеһе Рифҡәт Хәтмуллин. Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, йыл һайын үҙҙәре лә йөҙләгән баш мал һатып, хужалыҡ кассаһын тулыландыра. Быҙауҙарҙы, нигеҙҙә, Татарстандан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һатып ала. Ит һатыуҙан да төшөм һәйбәт килә.
Нефтекама ҡалаһының үҙәк баҙарында урынлашҡан махсус киосктан ҡала, күрше райондар халҡы сифатлы, осһоҙ итте яратып һатып ала. Килгән табыш йәмғиәттең кәрәк-ярағына тотонола. Ауыл хужалығы техникаһына ла бында ҡытлыҡ кисермәйҙәр, мәҫәлән, уларҙы яңыртыу өсөн генә былтыр 8 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Техника һәр саҡ төҙөк, иҫкеһен ремонтлап торғас, ватылып ултырғанын күрмәҫһең. Минеңсә, хәстәрлекле хужаның ғына техника паркы ошолай булалыр ул. Әле яҙға иртәрәк тә кеүек, әммә оҫтаханаларҙа баҫыу эштәренә әҙерлек Яңы йыл байрамынан һуң уҡ башланған.
Дөрөҫ, хужалыҡта эштәр уңай ғына бармай. Республиканың күп кенә хужалыҡтары кеүек үк, бында ла кредит оҙайлы ваҡытҡа "хужа" булған. Банктарға бирәсәк 20 миллион һумлыҡ бурыс бөгөн "Алға"ның эшмәкәрлеген әллә ни алға ебәрергә мөмкинлек бирмәй. Етәксе белдереүенсә, бөгөн ит, һөт бик осһоҙ, киләсәктә хаҡтар яңынан ҡаралмаһа, күп кенә хужалыҡтарға йәшәүе ауыр буласаҡ.
Әле хужалыҡтың Иҫке Бөртөк һөтсөлөк фермаһында ҡышлатыу осоро тамамланыу өҫтөндә. Иркен, йылы ҡураларҙа 200 быҙау аҫрала. Таңатар Йәнғоров уларға төрлө үлән ҡайнатмалары эсерә, һәр йома санитар көн үткәрә. Ситлектәрҙе, утлыҡсаларҙы ағарта, бөтә ерҙе лә хлор менән эшкәртә.
– Миндек әҙерләүҙә район үҙәгенең бюджет ойошмаларында эшләүселәр ҙур ярҙам күрһәтә, был матур йолаға әүерелә бара, – ти яҙмышын оҙаҡ йылдар ауыл хужалығына бағышлаған быҙау ҡараусы Зөлхәмиә Фәрхәтшина. Ул ошо хужалыҡҡа 42 йыл ғүмерен биргән.
Бөгөн дә әхирәттәре һауынсылар Ирина Әхмәтова, Наҙлиә Әхтәмова, хисапсы Илүсә Мирзаһитова менән иңгә-иң терәп тырышып эшләй. Иҫке Бөртөк һөтсөлөк фермаһында бер меңдән ашыу һыйыр малы аҫрала, шуның 400-ө – һауын һыйыры. Уларҙың ауыҙынан һис ҡасан аҙыҡ өҙөлмәй, сөнки малсылар Азат Әхмәтов, Әхнәф Шәйхуллин, Фәвит Закиров тамағы туҡ булған һыйырҙан ғына сифатлы һөт алыныуын яҡшы аңлай.
Эштән буш ваҡытын малсылар хужалыҡтың ял бүлмәһендә гәзит-журнал уҡып, телевизор ҡарап үткәрә. Йыуыныу бүлмәләре лә бар.
– Күп кенә ерҙә әлегә бындай уңайлы шарттар булдырылмаған, шуға ла ауыл эшсәндәре хеҙмәт ҡәҙерен белә. Эскелеккә беҙҙә бөтөнләй юл ҡуйылмай, – ти ферма мөдире Айҙар Әхмәтов. – Малсыларҙың эш көнө иртә таңдан башланып, һуң ғына тамамлана, әммә һәр кем бурысын еренә еткереп башҡара.
"Алға" хужалығы етәксеһен ауыл мәктәптәренең бөгөнгө хәле лә борсой. Ҡуян ауылындағы урта белем биреүгә иҫәпләнгән мәктәптә әле ни бары 80 бала тик башланғыс белем ала. Ауыл бөтөнләй юғалып ҡуймаһын өсөн Рифҡәт Ҡәүей улы уның социаль хәлен яҡшыртыуға ҙур көс һала. Урамдарға асфальт юл һалыу, һыу колонкаларын ремонтлау, бағаналарға лампочка ҡуйыу кеүек ваҡ мәсьәләләрҙе лә үҙе хәл итә. Ауылдарҙа эшләгән мәҙәниәт һарайы, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә халыҡтың, ялға ҡайтҡан йәштәрҙең мәҙәни тормошона ниндәйҙер яңылыҡ индереү өсөн тырыша.