Эшҡыуар Данил Батталовтың район үҙәгендә магазин асҡанын күптәр белмәй ҙә ҡалған. "Яңы һөнәрҙе үҙләштереүгә төплө әҙерләндем, әлбиттә, иң беренсе аҙыҡ-түлек баҙарын өйрәндем, – тип һөйләй "Батталов" крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Данил Вәғиз улы. – Ысынында беҙҙә иткә ихтыяж ҙур, айырыуса һыйыр малыныҡына. Алыпһатарҙарҙың итте осһоҙға алып китеүе күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Хәҙер продукцияны ҡасан һәм нисек һатыу хаҡында борсолмайым".
Ғөмүмән, уңған фермер эшмәкәрлеген бер нисә йүнәлеш буйынса көйләгән. Тәүгеһе — үҫемлекселек. Сәсеүлек әллә ни күп майҙанды биләмәй, уның ҡарауы, иген культуралары мул уңыш бирә, күп йыллыҡ үлән дә күпереп үҫә. Әйтеүенсә, беренсе урынға сифатты ҡуя, был – иң мөһиме. Малсылыҡта ла уңыштары байтаҡ.
– Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра, – ти ул. – Көр малға ҡарауы ла кинәнес бит. Әммә мал аҙығы әҙерләү еңел түгел, йәшермәйем. Техника төҙөк булһын, эшсе көсөнөң булыуы ла зарур.
Шабай егете былтыр декабрҙә Саҡмағош районының "Герой" хужалығынан 25 баш һыйыр һатып алған. Әле улар бер-бер артлы быҙаулай башлаған. Һөттө
ҡайҙа тапшырыуын белештек. Бында тәүлегенә 460 литр һөт һауыла, уны "Илешһөт" йәмғиәте килеп ала икән. Бынан тыш, Бөрйән һәм Дәүләкән райондарынан 200-гә яҡын үгеҙ ҡайтарылған, һимертеп иткә оҙатасаҡтар.
Эҙләгән ҡорт – бал, эшләгән кеше мал табыр, тибеҙ. Бал ҡорто шикелле егәрлелеген һәм тырышлығын ауылдаштары еткерҙе беҙгә. Әйткәндәй, бер нисә кешене эш менән тәьмин иткәне өсөн генә лә Данил Вәғиз улының ҡулын ҡыҫырлыҡ: ысын ир-уҙаман булғаны өсөн афарин. Бөгөн ҙур булмаған хужалыҡта Илдус Әхмәҙуллин (ветврач), Венера Ғиләжева (һауынсы), Рәфит Вәлиәхмәтов (малсы), Борис Артамонов (механизатор), Рәдис Ардашевтар эш тапҡан. Һатыусыларҙы ла өҫтәһәң... Ә йәйгеһен хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 40-ҡа етә.
– Ҡасан һуңғы тапҡыр техника һатып алдың? – тип ҡыҙыҡһындыҡ.
– Былтыр 11 төр техника алып автопаркты тулыландырҙым, – тимәһенме геройыбыҙ. Бынан тыш, һыйыр һауыу аппараттарын, һөт һыуытҡысты ла хәстәрләгән.
Көтөлмәгән аҙым яһау – сәмсел Данил Батталовҡа хас сифат. Себерҙә тоҡлап аҡса эшләгәндә кинәт кенә ауылына ҡайтып, фермерлыҡҡа тотонған. Уйламағанда эшселәре өсөн йорт, хатта эргәһендә мунсаһы ла бар, төҙөп ултыртҡан. Ҡапылдан һарыҡсылыҡҡа (бөгөн 70 башҡа еткергән) тотонған. Тормошобоҙҙа ла көтөлмәгән хәлдәр күп бит. Бәлки, шулай тәүәккәллек иткәндә генә маҡсатҡа өлгәшеү мөмкиндер.