Силәбе өлкәһе Сосновский районының Алёшев ауыл хакимиәтенән 35 кеше Түбәнге Ләмәҙ ауылына тәжрибә уртаҡлашырға килеп ҡайтты. Раил Ғәбитов етәкселегендәге делегацияла ауыл хакимиәте депутаттары һәм белгестәре, фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар бар ине. Беҙҙең яҡҡа ҡунаҡтарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итеү юлдары менән танышыу теләге алып килде.
Тәүҙә силәбеләр Оло Ҡарамалы мәктәбендә, фельдшер-акушерлыҡ пунктында, магазинда булды, эшҡыуар Раил Мирхәйҙәровтың таҡта ярғысындағы эштәр менән танышты. Сәфәр Түбәнге Ләмәҙ ауылында дауам итте. Ҡунаҡтар Рәшит Аҙнабаевтың умарталығын, Радик Ғәбиҙуллиндың крәҫтиән (фермер) хужалығын ҡарап, ауыл уңғандарының уңышына һоҡланды. Ләмәҙ йылғаһы ярҙарын тоташтырыусы аҫмалы күпер, китапхана, почта бүлексәһе, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ҡунаҡтарҙа ыңғай тәьҫорат ҡалдырҙы.
Ләмәҙҙәр күршеләрҙе ауыл мәҙәниәт йортонда ихлас ҡаршы алды. Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ҡәйүмов, ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Хәсәнов ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ҡунаҡтар хөрмәтенә концерт та әҙерләнгәйне.
Силәбеләр ауылдарҙың төҙөклөгөнә, төбәктәге халыҡтың йыр-моңға маһирлығына һоҡланыу белдерҙе, ошондай аралашыуҙы, бер-береңдән яҡшы өлгө алып йәшәүҙе дауам итергә кәрәк тигән фекергә килде.
И. ХАРУНОВ.
Иглин районы.