Яҡшыраҡ йәшәй башланыҡмы?01.03.2013
Халыҡтың килеме менән сығымы араһындағы айырма аптырата
Социологтар Рәсәй халҡының сығымы килеменә ҡарағанда тиҙерәк артыуын асыҡлаған. Бының төп сәбәбе нимәлә: халҡыбыҙҙың күберәк аҡса сарыф итеүеме, әллә банктан алынған кредитҡа йәшәп өйрәнеү һөҙөмтәһеме?
Һуңғы ваҡытта беҙҙең йәшәү кимәле саҡ ҡына булһа ла яҡшырғанмы? "Ромир" тикшеренеү үҙәге белгестәре яңыраҡ ошо һорауға яуап эҙләргә булған һәм һатып алыусыларҙың магазинда ниндәй күләмдә аҡса ҡалдырыуын иҫәпләргә керешкән. Асыҡланыуынса, һуңғы биш йылда аҙыҡ-түлеккә сарыф иткән аҡсабыҙ ике ярым тапҡырға артҡан. Хатта инфляция "ашаған" өлөшөн алып ташлағанда ла, был сығымдарыбыҙҙың 70 процентҡа ҡәҙәр артыуына ишара.
Күңелһеҙ һығымтаға киләһең: беҙ йә аҡсабыҙҙы күберәк сарыф итергә өйрәнгәнбеҙ, йә инфляция күләме статистика мәғлүмәттәренә бөтөнләй тура килмәй һәм унан байтаҡҡа юғары. Ҡайһыһы дөрөҫ икән?
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта магазинда кеҫәнән аҡсаның күберәк осҡанын тойорға тура килә. Йыш ҡына бының сәбәбен хаҡтар артыуында күрәбеҙ. Шулай уҡ инфляцияны ауыҙлыҡлай алмауында ил етәкселеген ғәйепләргә өйрәнеп алдыҡ. Ә бына социологтар бөтөнләй башҡаса фекерҙә: йәнәһе лә, аҡсаны уңлы-һуллы туҙҙырырға күнеккәнбеҙ. Улар асыҡлауынса, һуңғы биш йылда аҙыҡ-түлек магазинында ҡалдырылған көндәлек аҡсаның яҡынса күләме 257 һумдан 423 һумға ҡәҙәр артҡан. Хәҙер беҙ, баҡһаң, ризыҡҡа аҡса йәлләмәйбеҙ, шулай уҡ уның сифатлырағына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Рәсәйҙәр хәҙер шоколад менән эремсекте элеккенән ике тапҡырға күберәк ашай, ә макарон менән тиҙ бешерелгән ашты үҙ итеп бармай икән.
Быға ышанырға булыр ине лә бит, ләкин... Һуңғы биш йылда, инфляцияны иҫәпкә алмағанда, Рәсәй халҡының уртаса эш хаҡы ни бары 30 процентҡа артҡан. Оло быуындың пенсияһы ғына ҡыуандыра: ул йыллыҡ индексациялар һөҙөмтәһендә ике тапҡырға тиерлек үҫкән. Шулай булғас, 30 процентҡа ғына күберәк эш хаҡы алған беҙҙең халыҡ нисек аҙыҡ-түлеккә 70 процентҡа артығыраҡ аҡса сарыф итә башлаған һуң?
Әммә белгестәр быға ла яуап тапҡан: йәнәһе лә, рәсәйҙәрҙең башҡа төрлө сығымдары (кейем-һалым, йорт йыһазы, көнкүреш техникаһы һәм башҡаларға) бөтөнләй артмаған тиерлек. Шулай ҙа ҡайһы бер иҡтисадсылар был тикшеренеү һөҙөмтәләренә ышанып бөтмәй. Ни тиһәң дә, улар меңәрләгән кеше ҡатнашлығында үткәрелә, тимәк, нисәлер процентлыҡ хатаға урын ҡала.
Хәҙер күптәрҙең бурысҡа йәшәргә өйрәнеп алыуын да иҫтән сығарырға кәрәкмәй. Мәҫәлән, үткән йылда ғына рәсәйҙәр юллаған кредит күләме 40 процентҡа артҡан. Ә биш йыл эсендә ул 4,5 триллион һумдан 8 триллион һумға ҡәҙәр еткән! Халыҡтың күп өлөшө кредит карталарына (былтыр үҫеш 45 процент тәшкил иткән) һәм микрокредитлауға өҫтөнлөк бирә икән.
Тағы ла шул: бөгөн байтаҡ кеше һалым органдарының иғтибарына эләкмәгән эш хаҡына көн итә. Ҡайһы бер белгестәр әйтеүенсә, ил иҡтисадының 40 проценты "күләгәлә" ҡала, йәғни хеҙмәтсәндәрҙең яртыһына тиерлек эш хаҡын конвертта бирәләр. Сығым менән килем араһындағы айырманың сәбәбен ошонан да эҙләргә кәрәктер.